Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
27 Ноябрь 2010, 21:26

Дивидендтар – социаль өлкәгә

Башҡортостанда республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларын һа­тыуҙан килгән аҡсаның депозит иҫәптәренә һалыу­ҙан дивидендтарҙы бүлеү буйынса совет ойошторолдо.

Башҡортостанда республиканың яғыулыҡ-энергетика комплексы предприятиеларын һа­тыуҙан килгән аҡсаның депозит иҫәптәренә һалыу­ҙан дивидендтарҙы бүлеү буйынса совет ойошторолдо.
Әле 2009 йылда «Башнефть» АНК-һы асыҡ акционерҙар йәмғиәтен, Өфө нефть эшкәртеү заводтарын һәм «Башкирнефтепродукт» асыҡ акционерҙар йәмғиәтен һатыуҙан килгән аҡса республиканың дүрт хәйриә фондында ята. Яҡын арала был структуралар берҙәм «Урал» хәйриә фондына берләштереләсәк. Дивидендтарҙан йыл һайын килгән проценттар килеме 4,5 миллиард һум тәшкил итерлек. Шуның яҡынса 2,5 миллиард һумы йыл һайын спортты, 1,5 миллиард һумы республиканың социаль инфраструктураһын үҫтереүгә йүнәлтеләсәк.
Хәйриә фонды аҡсаһы ете кешенән торған фонд советы тарафынан бүленәсәк. Республикабыҙҙың беренсе Президенты Мортаза Рәхимов фонд советының рәйесе буласаҡ. Фонд аҡсаһының нисек тотонолоуын Попечителдәр советы контролдә тотасаҡ.
«Урал» фонды аҡсаһын алыуға ҡала һәм райондар, һаулыҡ һаҡлау, мәғариф, мәҙәниәт учреждениеларының ғаризалары тәүҙә Башҡортостан Хөкүмәтенә йүнәлтеләсәк һәм унда ҡаралғандан һуң фондҡа ебәреләсәк.
Читайте нас: