Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Айрат Ғәскәровты Рәсәй Федераль Йыйылышының Федерация Советы ағзаһы – Федерация Советында Башҡортостан Республикаһы дәүләт власының башҡарма органы вәкиле итеп тәғәйенләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.
Президент Указы республика Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайға ебәрелде. Дәүләт Йыйылышының 32-се ултырышында депутаттар Айрат Ғәскәровты Федерация Советы ағзаһы – Башҡортостан дәүләт власының башҡарма органынан вәкил итеп тәғәйенләүгә ризалыҡ бирҙе.