Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Ноябрь 2010, 14:15

Бысранған һыу өсөн кем яуаплы?

Башҡортостандың район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы Салауат ҡалаһы эргәһендә һыу сығанаҡтарына нефть продукттары түгелеү факты буйынса тикшереү үткәргән. Кантюковка һәм Васильевка ауылдары араһындағы һаҙлыҡҡа яҡын участкала Ағиҙел йылғаһынан өс саҡрым алыҫлыҡта грунт һыуы ағып сыға.

Башҡортостандың район-ара тәбиғәтте һаҡлау прокуратураһы Салауат ҡалаһы эргәһендә һыу сығанаҡтарына нефть продукттары түгелеү факты буйынса тикшереү үткәргән.
Кантюковка һәм Васильевка ауылдары араһындағы һаҙлыҡҡа яҡын участкала Ағиҙел йылғаһынан өс саҡрым алыҫлыҡта грунт һыуы ағып сыға.
Бында һыуҙы нефть продукттарынан таҙартыусы ете дренаж комплексы ҡуйылған. Ошо рәүешле таҙартылған һыу штуцер аша сығарыла. Продукт ер аҫтындағы өс кубометр ҙурлыҡтағы һауытҡа ағыҙыла. Дренаж комплексынан сыҡҡан һыуҙың таҙа түгеллеге ябай күҙгә лә күренеп тора. Нефть еҫе лә бар. Комплекстар тирәләй тупраҡҡа нефть продукттары һеңгән. Анализдар һыуҙың нефть продукт­тары менән бысраныуын, тимәк, таҙартыусы ҡоролмалар­ҙың йоғонтоло эшләмәүен күрһәтә. Һаҙлыҡҡа килгән һыуҙың Ағиҙел йылғаһын бысратыу ихтималлығы килеп тыуа.
2006 – 2007 йылдарҙа был участкала «Девон» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте эш алып барған. Программа 2010 йылға тиклем иҫәпләнгән булған. 2006 йылдың июленән 2007 йылдың мартына тиклем ай һайын 400 – 600 литр нефть продукты һурҙырып алынған. Ул мейескә яғыу­лыҡ йәки икенсел эшкәртелгән продукт булараҡ һатылған. 2007 йылдың мартынан йәмғиәт, лицензияһы булмағанлыҡтан, был ерҙә эшен туҡтатҡан. Әлеге ваҡытта нефть продукттарын билдәһеҙ кешеләр һурҙыра.
Читайте нас: