Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2010, 21:55

Яңы социаль ипотека программаһы эшләй башлаясаҡ

Республика Хөкүмәтендә Прези­дент­тың тағы ла бер башланғысы ҡарала.Яңы социаль ипотека программаһына ярашлы, 100 мең квадрат метр майҙан торлаҡ төҙөләсәк. Кешеләр банкынан 11–13 процент ғәҙәти ставка менән кредит аласаҡ. Ә республика уның яртыһын компенсациялаясаҡ. Һөҙөмтәлә граждандар ғәмәлдә банкыға уның 6 процентын ғына түләйәсәк. Әлеге ваҡытта БР Финанс министрлығы был схема өҫтөндә эшләй. 2011 йылға республика бюджетына ашығыс рәүештә төҙәтмәләр индереләсәк.Т. АМАНОВ.

Яңы социаль ипотека программаһы эшләй башлаясаҡ
Яңы социаль ипотека программаһы эшләй башлаясаҡ
Республика Хөкүмәтендә Прези­дент­тың тағы ла бер башланғысы ҡарала.
Яңы социаль ипотека программаһына ярашлы, 100 мең квадрат метр майҙан торлаҡ төҙөләсәк. Кешеләр банкынан 11–13 процент ғәҙәти ставка менән кредит аласаҡ. Ә республика уның яртыһын компенсациялаясаҡ. Һөҙөмтәлә граждандар ғәмәлдә банкыға уның 6 процентын ғына түләйәсәк. Әлеге ваҡытта БР Финанс министрлығы был схема өҫтөндә эшләй. 2011 йылға республика бюджетына ашығыс рәүештә төҙәтмәләр индереләсәк.
Т. АМАНОВ.
Читайте нас: