Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтендә БР Президенты «OBI» халыҡ-ара сауҙа селтәре етәксеһе Иан Дэвид Стрикланд менән осрашты. Компания төрлө ассортименттағы төҙөлөш тауарҙары менән сауҙа итә.
Һөйләшеү барышында «OBI»ның Башҡортостан баҙарына инеү перспективалары, Өфөлә ҙур «OBI» магазины төҙөү тураһында һүҙ барҙы. Магазиндың майҙаны 12,5 мең квадрат метр самаһы тәшкил итәсәк. Аҙағыраҡ икенсе магазинды ла асыу күҙаллана. Ике объектҡа инвестицияларҙың дөйөм күләме миллиард ярым һумдан ашыу тәшкил итә.