-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2010, 21:57

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәге буласаҡ

«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер Өфөгә эш сәфәре барышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашып, Башҡортостанда газ транспортлау системаһын үҫтереү һәм беҙҙең төбәктә «Газпром»дың социаль сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе.– Башҡортостан етәкселегенең киләсәк тураһында ҡайғыртыуы яҡшы, – тип билдәләне Алексей Миллер. – Һөҙөмтәлә Рөстәм Зәки улы менән конструктив һөйләшеү барышында төбәктә нефть химияһы тармағын үҫтереү стратегияһы билдәләнде. Атап әйткәндә, һүҙ Башҡортостанда Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәген булдырыу ихтималлығы тураһында барҙы.

Башҡортостанда Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәге буласаҡ
«Газпром» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Алексей Миллер Өфөгә эш сәфәре барышында республика башлығы Рөстәм Хәмитов менән осрашып, Башҡортостанда газ транспортлау системаһын үҫтереү һәм беҙҙең төбәктә «Газпром»дың социаль сәйәсәте мәсьәләләрен тикшерҙе.
– Башҡортостан етәкселегенең киләсәк тураһында ҡайғыртыуы яҡшы, – тип билдәләне Алексей Миллер. – Һөҙөмтәлә Рөстәм Зәки улы менән конструктив һөйләшеү барышында төбәктә нефть химияһы тармағын үҫтереү стратегияһы билдәләнде. Атап әйткәндә, һүҙ Башҡортостанда Бөтә Рәсәй газ химияһы үҙәген булдырыу ихтималлығы тураһында барҙы.
Юғары ҡунаҡ һүҙҙәренсә, республиканың яғыулыҡ-энергетика һәм нефть химияһы комплексы эшендә туплаған тәжрибәһе ҙур, үҙ традициялары бар. Булған ресурстар һәм төбәк етәкселеге яғынан һүҙ барған мәсьәләләргә аңлы ҡараш тармаҡты үҫтереүҙең мөһим булыуын күрһәтә.
«Газпром» етәксеһе Сала­уат-Стәрлетамаҡ сәнәғәт узелына, бигерәк тә «Газпром»дың бүлендек йәмғиәте – «Салауат­нефтеоргсинтез» асыҡ акционерҙар йәмғиәтенә баҫым яһаны.
Һуңғы тапҡыр Алексей Миллер Башҡортостанға бер йыл элек килгәйне һәм ул саҡта ла Салауат предприятиеһында булғайны. Шул мәлдә «Газпром», үҙ программаһына ярашлы, «СНОС»-ты модернизациялауға 100 миллиард һум аҡса бүлгәйне. Хәҙер предприятие, заманса технологиялар ҡулланып, яңы производство ҡеүәттәрен төҙөй һәм ғәмәлдәгеләрен модернизациялай. Концерн башлығы, «Салауатнефтеорг­син­тез»дың яңы объекттар төҙөү һәм үҙендә индустриаль технопарк булдырыу өсөн бөтә мөмкинлектәре бар, тип билдәләне һәм республиканың газ сәнәғәте тармағын финанслау арттырыласаҡ, тип өҫтәне.
«Газпромтрансгаз Уфа» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте компанияһының «Газпром» филиалдары араһында яҡшыларҙан һаналыуы тураһында ишетеү ҙә ҡолаҡҡа ятышлы булды. «Был предприятие илдең газ транспортлау системаһына ҙур өлөш индерә», – тип һыҙыҡ өҫтөнә алды Миллер. Бөгөн филиал 4700 километрҙан ашыуыраҡ магистраль газ үткәргесе, 12 газ компрессоры цехы, 148 газ бүлеү станцияһы менән файҙалана. Быйыл 1 октябргә газ транспортлау күләме 67 миллиард кубометр тәшкил иткән. Республика ҡулланыусыларына 11,3 миллиард кубометр газ бирелгән.
Шуны билдәләп үтеү мөһим: һуңғы биш йылда «Газпромтрансгаз Уфа» компанияһы 45 мең квадрат метр майҙанлы 13 заманса торлаҡ йорт төҙөгән. Быйыл Өфөлә, ҡырмыҫ­ҡалыла яңы йорттар ҡалҡып сыҡты. Һөҙөмтәлә 2005 йылдан предприятиеның 800-ҙән ашыу хеҙмәткәре торлаҡ шарттарын яҡшырт­ҡан. Быйыл, «Газпром – балалар өсөн» программаһына ярашлы, Салауат районының Арҡауыл ауылында, ҡырмыҫҡалыла спорт комплекстары асылды. Ә барлығы 11 спорт-һауыҡтырыу комплексы һәм 11 хоккей майҙансығы файҙаланыуға тапшырылған. Миллер һүҙҙәренсә, был спорт объекттары менән газ тармағы хеҙмәткәрҙәренең балалары ғына түгел, ә бөтә республика халҡы файҙалана.

«Башинформ».