Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
20 Ноябрь 2010, 15:57

Башҡортостан – Франция хеҙмәттәшлеге киңәйә

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов менән Франция – Рәсәй Сауҙа-сәнәғәт палатаһының генераль директоры Павел Шинский кисә Республика йортонда үҙ-ара хеҙмәттәшлек тураһында килешеүгә ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, ҡаршы яҡ беҙҙең республиканы сит ил компанияларына оҙайлы инвестициялар программалары өсөн асыҡ майҙансыҡ булараҡ танытасаҡ.

Француз инвесторҙары Башҡортостандың иҡтисади потенциалы менән таныш, ә яңы килешеүҙәр төбәк баҙарына сит ил инвесторҙарын йәлеп итеү «ҡағиҙәләрен» бер аҙ үҙгәртеү мөмкинлеген бирәсәк. Мәҫәлән, республика етәкселеге ярҙамында яҡын арала ИКЕА, «Ашан», «Леруа Мерлен» кеүек яңы сауҙа комплекстары сафҡа индерелергә тейеш.
– Химия тармағында ла ҡыҙыҡлы хеҙмәттәшлек күҙаллана, – ти Павел Шинский. – Республика башлығы башланғысында киләһе йыл майҙа Өфөлә Бөтә Рәсәй химия форумы ойоштороласаҡ. Унда Салауат һәм Стәрлетамаҡ предприятиелары нигеҙендә технопарктар булдырыу буйынса аныҡ проекттар ҡараласаҡ.
Читайте нас в