Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
17 Ноябрь 2010, 18:37

Балыҡсылар тарихына бер ҡараш

1000 кешенән 300 ҡалыуы ғәжәп түгел, алтын-көмөш янында һуғыш та,”нездоровый воздух” та булыр. Соркуктани юлландырған 1000 кешелек төркөм Керулен йылғаһы буйлап ағып төшөп, Далайнар күле аша Аргун йылғаһына сығып, Олочи ҡалаһына тиклем төшкән, тип һығымта яһарға ҡала. Шулай уҡ Аргун, Амур, Уссури йылғалары буйлап тағы күпмелер сәйәхәт ҡылғанда Бикин ҡалаһына юлығабыҙ. Алда әйтеп үткәнебеҙсә, Бома – Алакчин – Бикин – Тикин бер үк халыҡтың төрлөсә аталышы. Бикин ҡалаһы янында Уссуриға Алчан һәм Бикин йылғалары ҡушыла. Алчан алакчиндың ҡыҫҡар­тылған әйтелеше түгелме икән?

1000 кешенән 300 ҡалыуы ғәжәп түгел, алтын-көмөш янында һуғыш та,”нездоровый воздух” та булыр. Соркуктани юлландырған 1000 кешелек төркөм Керулен йылғаһы буйлап ағып төшөп, Далайнар күле аша Аргун йылғаһына сығып, Олочи ҡалаһына тиклем төшкән, тип һығымта яһарға ҡала. Шулай уҡ Аргун, Амур, Уссури йылғалары буйлап тағы күпмелер сәйәхәт ҡылғанда Бикин ҡалаһына юлығабыҙ. Алда әйтеп үткәнебеҙсә, Бома – Алакчин – Бикин – Тикин бер үк халыҡтың төрлөсә аталышы. Бикин ҡалаһы янында Уссуриға Алчан һәм Бикин йылғалары ҡушыла. Алчан алакчиндың ҡыҫҡар­тылған әйтелеше түгелме икән?
“Манас” эпосына күҙ һалһаҡ:
“Есть алчыны, уйшуны,
найманы,
Есть аргыны, кара кожо,
Среди абаков
Есть Айдаркин батыр”.
Был ҡырғыҙ, ҡаҙаҡ ҡәбиләләренең ҡайһы берҙәре башҡорттарҙа ла бар. Икенсе урында:
“Алчынов, уйшунов, найманов,
Абаков, тараков, арчынов
Приглашу и на свой той”.
(Газета “Истоки”, №19 (161), октябрь 1997 г. “Башкиры и кыргызы: Истоки родства”, Имель Молдобаев).

Сеяньтос батшалығы

Лев Гумилев сеяньтоларҙы, ике ҡәбиләнән тора, тип иҫәпләй: сирҙар һәм яньто. Улар 605 – 606 йылдарҙа, Алтаин – Нур арҡалығының көньяҡ битләүҙәрендә йәшәгән осорҙа, көнсығыш Тянь-Шань тауҙарының төньяҡ битләүҙәрендә йәшәгән киби ҡәбиләһе менән берлектә, көнбайыш төркөттәр менән ике йыл барған өҙлөкһөҙ һуғыштан арынып, үҙҙәренә ирек яулап ала һәм үҙ аллы дәүләт төҙөй. Киби ҡәбиләһенең кенәзе Гэлэн, Мохэ-хан титулын алып, дәүләт менән идара итә башлай. Гэлэндың хан булып китеүенә ҡарамаҫтан, Сеяньтос ҡәбиләһенең башлығы Ишибо Гэлэн ҡулы аҫтында булып, уға буйһонған булып күренһә лә, үҙенең ҡәбиләһендә үҙе баш, үҙе түш булып ҡала килә. Был Джунгариялағы теле дәүләтен ҡәбиләләр союзы тип ҡарарға хаҡлыбыҙ.
627 йылдың аҙағында Сеяньто ҡәбиләһе көнбайыш төрки ҡағанатынан айырылып, көнсығыш ҡағанатҡа буйһонорға уйлай. Көнсығыш ҡағанатта телеләрҙең йоғонтоһо көсәйә. Сеяньтолар уйғырҙар менән уртаҡ тел таба һәм 628 йылда улар союздаштар була. Сеяньто кенәзе Инан һәм уйғырҙыҡы Пуса бер-береһенә терәк була. 629 йылда Сеяньто кенәзе Инан үҙен хан тип иғлан итә һәм титулын нығытыр өсөн императорға илсе ебәрә. Бер үк ваҡытта император үҙенең илсеһен Сеяньто юлбашсыһы Инан тарафынан оҙата. Инан Чжен-чжу Бильгехан исемен алып, Алтайҙан Хинганға Гоби сүллегенән Байкал күленә тиклем йәйелгән Сеяньтос державаһының ханы булып ала. Хандың улдары “шад” дәрәжәһен алып толос (көнсығыш ҡанат) һәм тардуш (көнбайыш ҡанат) менән идара итә. Уйғырҙар яңы ханға буйһона. Сеяньто ҡәбиләһе төркөттәрҙе үҙҙәренең элекке дошмандары тип ҡабул итә. Хуанхэ йылғаһының төньяғында төркөттәр ханлығы тергеҙелгәс, Инан менән император араһында та­тыулыҡ бөтә.
641 йылда императорҙың ставкаһында булмауынан файҙаланып, Инан үҙенә буйһонған ҡәбилә­ләрҙе (тонгра, бугу, уйғыр, мохэ, чжурчжен, татабы) берләштереп, уларҙы төркөттәрҙе бөтөрөү ниәтенән Гоби сүллеге аша үткәрә. Армия башында улы Тардуш шад тора. Дошманға кинәт кенә ташланыу өсөн һәр һуғышсыға дүртәр ат тота, уларҙы алмаштыра-алмаштыра, бер туҡтауһыҙ алға ынтылыр­ға тейеш булалар. Шуға ҡарамаҫтан, Ашина Сымо үҙенә уңайлы урынға сигенеп, ставкаға хәбәр итергә өлгөрә. Оҙаҡ көттөрмәй, унан атлы ғәскәр килеп етә. Император ғәскәре төркөттәр менән берлектә берләштерелгән Сеяньто армияһына ташлана. Һәр береһенә дүртәр ат булыуға ҡарамаҫтан, йәйәү һуғышалар, ә аттарын махсус кешеләр ҡарай.
Сеяньто яҡлылар, башта уңышлы һөжүм итеүҙәренә ҡарамаҫтан, төркөттәр уларҙың 75 мең атын яулап алғас, ҡурҡыуға бирелеп, ҡаса башлай. Төркөт ҡылысынан ҡотолғандары, сүллектән кире сыҡҡанда, декабрь һыуығынан туңып үлә. “Потери сеяньтовцев достигали 80 процентов личного состава” (Л. Гумилев. “Древние тюрки”, 254-се бит). 645 йылдың октябрендә Инан, үҙенең пландарының емерелеүен күреп, яҡты донъя менән хушлаша. Улы Бачжо, вельможалар ҡуйған Инандың ҡарап үҫтергән улы Иманды үлтереп, үҙе хан булып ултырһа ла, тормошто алға ебәрә алмай. Тиҙҙән уйғырҙар Бачжоны үлтереп, Сеяньтоның ҡалған ғәскәрен император яҡлылар ҡулға алып, тарҡатып бөтә, ә ҡалғандары бүтән тупланмаҫлыҡ хәлгә килеп тарала.
Сеяньто союзының ике ҡәбиләнән торғанын яҙғайныҡ: сир+яньто. Йәшәү барышында яньто ҡәбиләһе сир тарафынан йотолған. “Сир” Сүриә, Сирия түгелме икән, тигән шик тыуа һәм тора-бара был уйым нығына башланы.
Ғәлим Хисамовтың “Тәфтиләү” романында Туҡтамыш хандың илсеһе булып, Бөрйән ырыуы батыры Йал Әмир Тура виләйәтенә барышлай Һөйәнтүз ауылында туҡтап, ял итеп, ҡунып китә. Мәжлес ваҡытында Йал Әмир йырлай:
Шәм-Шәрифкәй тигән ҙур
ҡалала
Кис аҡшамға ҡапҡа ябылмай.
Үткән ғүмер менән ҡалған хәтер
Һатып алырға ла табылмай.
Үткән быуаттың 60 – 70-се йылдарында беҙҙең ауылда (Һө­йәнтүзгә туранан 8 саҡрым) был йырҙы бик яратып башҡаралар ине.
Дөрөҫмө, юҡмы, имеш, бәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис­сәләм үтеп барышлай, Дамаск ҡалаһын күреп, был ҡалаға инмәй боролоп киткән, йәнәһе, кеше ожмахҡа бер генә тапҡыр инергә тейеш (А. Дружинина, “Сирия старая и новая”, М., 1979, стр. 157).
Йал Әмир хан йомошо менән йөрөһә лә, ырыуҙаштарының тормошон яйға һалырға тырыша. Тамерлан ғәскәре 1395 йылда бөрйәндәрҙе, Йал Әмир йәшәгән төп аймаҡты, ҡырып киткәндән һуң барлығы ете кеше ҡала. Ырыуҙы күтәрер өсөн тиҙерәк үрсергә кәрәк. Ошо маҡсаттан Һөйәнтүз ауылы ҡатындарын, риза булһалар, ғаиләләре менән Бөрйән ырыуына күсерергә. Тик ниңә был ауылдан? Был һорауҙы мин Ғәлим Афзал улына биргәйнем. Ул: “Риүәйәт бар”, – тине. Риүәйәт бер ҙә юҡтан килеп сыҡмаҫ. Моғайын, улар хәтерендә боронғо Сеяньто союзында йәшәгән осор һаҡлана. Әйтер һүҙем һаман ошо союздың “яньто” ҡәбиләһе тураһында. “Яньто” “Янь”дар (то – күплекте аңлата, буғай); ахыры, “Янь”дар тигәнем, Бөрйән менән Тамъян инде. Тел белгестәре бөрйәндәр­ҙең һәм бүрәттәрҙең уртаҡ һүҙҙәренең күплеген иҫбатлай. Был тәңгәлдә, 1848 йылда Кастрен үҙенең хатында: “… среди бурятов Тункинской степи поселился сойонский род ыркыт. Часть этих сойонов, живущая в степи, полностью превратилась в бурятов, а часть, живущая в горах, говорит на тюркском диалекте карагасов”. Тарихсыларҙың бөрйәндәрҙе – “горные янь”, ә тамъяндарҙы “степные янь” тип бүлгәнгә ишаралау түгелме? Артабан, В. Радлов: “Возможно, имя сойон вообще обозначает уйгурский род, а может быть, его можно узнать в упоминаемом китайцами названии рода Се-ян-ту” (В. Радлов, “Из Сибири”. Cтраницы дневника, Москва, 1989, стр. 99).
Яуыз Тевкелевтың 1736 йылдың 27 ғинуарында ҡаҙан губернаторы А. Румянцевҡа яҙған доносында, язаланыусылар араһындағы Төйөнбай Яуҡаев исемле йәш егет телгә алына. Уның тамғаһы үҙгәртелгән Тамъян ырыуы тамғаһына оҡшаш була.
1736 йылға тиклем гөрләп йәшәгән Һөйәнтүз ауылы халҡы Өфө (ҡариҙел) йылғаһының ике яҡ ярын да биләп торған ҙур ауыл булған һәм этник яҡтан төрлө ырыу, нәҫелдәрҙән торған тигән һығымтаға киләбеҙ. Ниндәйҙер сәйәси ваҡиғалар ваҡытында Джунгарияға килеп юлыҡҡан Сүриә халҡынан алып Тамъян, Найман, Бөрйән ҡәбилә төркөмдәренә тиклем. ҡасан, ҡайҙа балакчин (балыҡсы) ҡәбилә союзына ҡушылғандары әлегә билдәһеҙ.

Кидандар, наймандар

Р. Кузеев билдәләүенсә, баш­ҡорттоң ҡатай ҡәбиләһе (шул уҡ кидандар) этник яҡтан ҡара-ҡытай­ҙарға барып тоташа. Чжурчжендар тарафынан ҡыҫырыҡлап сығарылғанға тиклем улар көнбайыш Манжурияла йәшәй. “Кидани обеспечили независимость своего восьмиплеменного союза в Западной Манчьжурии” (Л. Гумилев, “Поиски вымышленного царства”, Москва, Айрис-Пресс, 2006, стр. 7).
Кидандарҙың төньяғында һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән Шивэй ҡәбиләһе (татарҙарҙың ата-бабалары) йәшәгән, көнбайышта, Далай – Нур күленә тиклем татабы ҡәбиләһе урынлашҡан, уларҙың күршеһендә көнбайышҡа табан алакчиндар йәшәгәндер, моғайын.
X быуат башында кидандарҙың һигеҙ башлығының береһе Елюй Амбаган үҙенең ғәйрәтлелеге арҡаһында кидандарҙың юлбашсыһына әүерелә. 903 – 906 йыл­дарҙа ул күршеләренә яу сабып, үҙенең армияһын тулыландыра. 911 йылда татабы ҡәбиләһен яулап ала. 937 йылда кидандар үҙҙәренең империяһын төҙөй, ә һуңынан уға ҡытайса Ляо “железная” исемен бирәләр. 1087 йылда Ляо империяһы батшаһының ғаиләһендә бер малай тыуа, уға Елюй Даши тип исем бирәләр. Ул Елюй Амбагандың һигеҙенсе быуын ейәне була. 1129 йылда Елюй Даши үҙенә тоғро ҡалған армияһы менән (40 мең һыбайлы) көнба­йышҡа табан юл ала. Джунгарияға барып еткәндә ғәскәрендә 10 мең һыбайлы ҡала. Алдан килгән кидандарҙы ҡушып, ғәскәрен 20 меңгә еткерә.
“История найманов достоверно известна только с эпохи Чингизхана, т. е. со второй половины XII в. Слово “найман” значит по-монгольски “восемь”. Значит, что это были просто кидани” (Л. Гумилев, “Поиски вымышленного царства”, стр. 132).
Наймандар, монголдарҙың иң эре ҡәбиләләренән иҫәпләнеп, Хангай менән Алтаин-Нур тауҙар арҡалығы араһында (Сеяньтоға күрше), ҡара Иртыш йылғаһы үҙәндәрендә һәм Зайсан-Нур күле тирәһендә күсенеп йөрөгән (“История монголов”, Москва, АсП, 2005, стр. 240).
Йәнә “Манас”ҡа күҙ төшөрәйек:
“В верховьях Амура обитал,
Злой и сильный был,
У вершин Снежных гор
Находился глава кара-китаев”, – тиеүе лә юҡҡа түгел.

Шәүкәт НИЗАМЕТДИНОВ.
Бәләбәй ҡалаһы.
(Дауамы. Башы 35, 36-сы һандарҙа).

Читайте нас: