-12 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Ноябрь 2010, 14:09

Һөҙөмтәлелек кимәле нимә тураһында һөйләй?

Һөҙөмтәлелек кимәле буйынса Өфө, Октябрьский, Нефтекама ҡалалары, Бәләбәй, Туймазы райондары алғы рәттә. Ағиҙел, Межгорье ҡалаларында һәм Белорет районында өлгәшелгән ҡаҙаныштар ҡәҙимге. Ауыл муниципаль райондары төркөмөндә Өфө, Ауырғазы, ҡырмыҫҡалы, Көйөргәҙе, Хәйбулла, ҡариҙел, Ейәнсура, Федоровка райондары – дөйөм һөҙөмтәлелек кимәле буйынса алдынғыларҙан. ҡыйғы, Архангел, Балаҡатай, Благовар, Бөрйән, Кушнаренко, Мишкә, Миәкә, Мәсетле, Йылайыр райондары был төркөмдән ҡалыша.

Муниципаль ойошмаларҙың бюджет килеменең дөйөм күләмендә урындағы бюджеттың үҙ килеме өлөшө буйынса Ейәнсура районында эштәр иң хөртө – был күрһәткес унда 13,9 процент ҡына тәшкил итә. Йылайыр (16,2), Стәрлебаш (16,8) райондарында ла хәлдәр шәптән түгел.
Бәләкәй эшҡыуарлыҡ предприятиеларының территориаль бүленеше лә тигеҙ түгел. Архангел районында бәләкәй бизнес предприятиелары бик әҙ тупланған – 10 мең кешегә – 184,6, ҡалтасыла – 201,5, Тәтешлелә – 204,1.
Ҙур һәм уртаса предприятиелар һәм коммерцияға ҡарамаған ойошмалар хеҙмәткәрҙәренең уртаса айлыҡ номиналь эш хаҡы Бөрйән (8969,4 һум), Миәкә (9272,9), Йылайыр (9569,5) райондарында иң түбәне.
Уртаса бер кешегә тура килгән иң бәләкәй торлаҡ майҙаны Мишкә районына (15,8 кв. м), Ағиҙел ҡалаһына (17,4 кв. м), Сибайға (17,8 кв. м) тура килә.
Йыл башынан өлгәшелгән дөйөм һөҙөмтәлелек кимәле буйынса квартал һайын үҫеш анализы үҙ позицияларын тотороҡло яҡшыртыусы һәм насарайтыусыларҙы асыҡланы. Көйөргәҙе, Асҡын, Мәләүез, Шишмә райондары тәүгеләр иҫәбенә инһә, Әлшәй, Балаҡатай, Ғафури, Илеш, Стәрлебаш, Саҡмағош райондары – икенселәр иҫәбендә.
«Башинформ».