Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
13 Ноябрь 2010, 16:24

Рәсми хроника

Илдең эре банкылары Башҡортостан менән ҡыҙыҡһынаКисә Башҡортостан Хөкүмәтендә республика башлығы Рөстәм Хәмитов «Северный морской путь» банкыһы (СМП Банк) идараһы рәйесе Дмитрий Калантырский менән осрашты. Һөйләшеүҙәрҙә Башҡортостандың ошо банк менән хеҙмәттәшлеге тураһында һүҙ барҙы. Республикала СМП Банк секторын үҫтереү менән бер рәттән, был учреждениеның төбәктә торлаҡ йорттар, автомобиль юлдары төҙөүгә бәйле стратегик проекттарҙа ҡатнашыу, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү мөмкинлеге лә ҡаралды. Осрашыуҙа «Инвесткапиталбанк» асыҡ акционерҙар йәмғиәте идараһы рәйесе Шамил Ибраһимов, «Төҙөлөш инвестициялары идаралығы» ябыҡ акционерҙар йәмғиәтенең дирек­торҙар советы ағзаһы Игорь Стрижнев та ҡатнашты. Шамил Ибраһимов белдереүенсә, банкының яҡын аралағы күҙаллауҙарының төп йүнәлештәре – халыҡҡа, бәләкәй эшҡыуарлыҡҡа һәм төҙөлөш комплексы предприятиеларына кредиттар бүлеү. Бының менән «Инвесткапиталбанк» Башҡор­тостан сәнәғәте үҫешендә, эш урындары булдырыуҙа мөһим роль уйнарға мөмкин. Игорь Стрижнев та банкыларҙың республика иҡтисадын инвестициялау менән ҡыҙыҡһыныуын әһәмиәтле тип билдәләне.Әйткәндәй, «Северный морской путь» банкыһы 2001 йылда төҙөлөп, хәҙер Рәсәйҙең 24 төбәгендә эшләй, илдең иң ышаныслы кредит ойошмалары рейтингында алтынсы урынды биләй. «Moody,s» халыҡ-ара рейтинг агентлығы ла уны тотороҡло тип баһалаған.

Рәсми хроника
Рәсми хроника
Читайте нас: