Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2010, 13:49

Юғары лигала күрһәтерлек команда кәрәк

Башҡортостан Президенты «Башҡортостан Республикаһының Шаяндар һәм Отҡорҙар Клубы» төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһының мөрәжәғәтен хупланы һәм төбәк исеменән Юғары лигала сығыш яһарлыҡ республика КВН командаһын ойошторорға ҡушты.Әлеге ваҡытта республикала йөҙҙән ашыу КВН командаһы иҫәпләнә, уларҙа 19 йәштән 26 йәшкә тиклемге 1,5 меңләп активист ҡатнаша.Беҙҙә шулай уҡ 15 КВН лигаһы эшләп килә, шул иҫәптән республиканың Юғары асыҡ телевизион КВН лигаһы, Башҡортостандың «Молот» КВН лигаһы, Нефтекама, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларындағы лигалар.БР Президентының матбуғат хеҙмәте.

Башҡортостан Президенты «Башҡортостан Республикаһының Шаяндар һәм Отҡорҙар Клубы» төбәк йәштәр йәмәғәт ойошмаһының мөрәжәғәтен хупланы һәм төбәк исеменән Юғары лигала сығыш яһарлыҡ республика КВН командаһын ойошторорға ҡушты.
Әлеге ваҡытта республикала йөҙҙән ашыу КВН командаһы иҫәпләнә, уларҙа 19 йәштән 26 йәшкә тиклемге 1,5 меңләп активист ҡатнаша.
Беҙҙә шулай уҡ 15 КВН лигаһы эшләп килә, шул иҫәптән республиканың Юғары асыҡ телевизион КВН лигаһы, Башҡортостандың «Молот» КВН лигаһы, Нефтекама, Бөрө, Стәрлетамаҡ, Салауат, Октябрьский ҡалаларындағы лигалар.
БР Президентының матбуғат хеҙмәте.
Читайте нас: