-6 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
9 Ноябрь 2010, 13:49

Коммунистар митингыға сыҡты

йәки Вәлиди урамы кемдәргә тынғы бирмәй?Етенсе ноябрҙе – Октябрь революцияһы көнөн – әле лә байрам итеп билдәләүселәр етерлек. Нисек кенә булмаһын, был дата, оҙаҡ йылдар илдә иң ҙур байрамдарҙан һаналып, календарҙың «ҡыҙыл» көнө булып килде.

йәки Вәлиди урамы кемдәргә тынғы бирмәй?
Етенсе ноябрҙе – Октябрь революцияһы көнөн – әле лә байрам итеп билдәләүселәр етерлек. Нисек кенә булмаһын, был дата, оҙаҡ йылдар илдә иң ҙур байрамдарҙан һаналып, календарҙың «ҡыҙыл» көнө булып килде.
Әйткәндәй, уны байрам булараҡ юҡҡа сығарғас та, урынына шундуҡ яңы байрам – Халыҡ берҙәмлеге көнөн барлыҡҡа килтерҙеләр. Әммә коммунистар һаман да митингыға сығып, революция иҫтәлегенә баш эйә. Быйыл ул алыҫтағы ялҡынлы ваҡиғаға 93 йыл тулды. Ошо уңайҙан Башҡортостан коммунистар фирҡәһе ағзалары Өфөнөң Ленин майҙанына йыйылды. Митингыла ҡатнашыусылар коммуналь хеҙмәттәргә, аҙыҡ-түлеккә, электр энергияһына хаҡ күтәрелеүенә протест белдерҙе. Шулай уҡ Ленин скверына революция юлбашсыһы һәйкәлен кире ҡайтарыуҙы, Әхмәтзәки Вәлиди урамын ҡабаттан Фрунзеға әйләндереүҙе һорап мөрәжәғәт итте. Һуңғыһы бер ни тиклем аңлашылып етмәй. Нимә, коммунистар урам исемен алмаштырыуҙы уйын тип ҡарай башлағанмы әллә?
Тағы шуныһы бар: элек коммунистар партияһы үҙен миллион­дарҙы эйәртеп, әйҙәп барырлыҡ көс итеп күрһәтһә, бөгөнгөһө уға исеме менән генә оҡшаш. Халыҡтарҙы берләштереү, ил үҫешенә йоғонто яһау урынына, киреһенсә, тарҡатыу позицияһында тора түгелме бөгөн компартия әһелдәре? Бөгөнгө фирҡә етәкселәре һәм ағзалары был турала етди уйланырға тейеш. Ә Әхмәтзәки Вәлиди урамына йоғоноуҙарын, бәлки, милләтебеҙгә өҫтән ҡарарға маташыуҙыр, тип тә күҙалларға мөмкин. Йәки айырым көстәрҙең башҡорт халҡының түҙемлелеген тикшереп ҡарарға маташыуы тип тә. Нисек кенә булмаһын, ут менән уйнамағыҙ, ҡыҙыл әләмгә табыныусылар!
А. ЗИННУРОВА.