Ноябрь аҙағында М – 5 федераль трассаһын үҫтереүгә Башҡортостанға 4,2 млрд һум аҡса киләсәк. Аҡса Зинин һәм Жилин ауылдары районындағы федераль трасса участкаһын реконструкциялауға тотоноласаҡ. Был программа өс йылға иҫәпләнгән. Өс һыҙатлы юл һәм Ағиҙел йылғаһы аша күпер төҙөү планлаштырыла. Ике йылдан һуң тағы ла 5,2 млрд һумлыҡ яңы транш көтөлә.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин М – 7 федераль трассаһының Кушнаренко ауылын урап үтәсәк участкаһын төҙөүгә аҡса бүленәсәге тураһында хәбәр итте. Был маҡсатта РФ Транспорт министрлығы 2,7 млрд һум һәм тағы ла ике йылдан шул тиклем үк аҡса бүләсәк.
Рөстәм Хәмитов автотрасса төҙөүгә федераль ресурстарҙы йәлеп итеү эшен көсәйтергә, шулай уҡ республикала ауыл юлдарын үҫтереү программаһын эшләргә ҡушты.
БР Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте.