Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2010, 15:29

Яңы спорт комплекстары һәм бассейндар төҙөләсәк

«Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль программаларына ярашлы, Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә яңы спорт объекттары төҙөләсәк. «Берҙәм Рәсәй» бюроһы Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә спорткомплекстар төҙөүҙе партияның 2011 йылғы социаль программаһына индерергә ҡарар итте. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты партияның «500 бассейн» проектына индерелде. Киләһе йылда Өфөлә яңы бассейн барлыҡҡа киләсәк. Объекттың хаҡы 130 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.

«Берҙәм Рәсәй» партияһының социаль программаларына ярашлы, Өфөлә, Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә яңы спорт объекттары төҙөләсәк.
«Берҙәм Рәсәй» бюроһы Стәрлетамаҡта һәм Бөрөлә спорткомплекстар төҙөүҙе партияның 2011 йылғы социаль программаһына индерергә ҡарар итте. Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты партияның «500 бассейн» проектына индерелде. Киләһе йылда Өфөлә яңы бассейн барлыҡҡа киләсәк. Объекттың хаҡы 130 миллион һумдан ашыу тәшкил итәсәк.
«Физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөү» программаһы Башҡортостанда 2007 йылдан бойом­ға ашырыла. Ошо ваҡыт эсендә Ишембай, Октябрьский, Баймаҡ ҡалаларында, Ейәнсура районының Иҫәнғол ауылында, Федоровка райо­нының Федоровка ауылында физкультура-һауыҡтырыу комплекстары төҙөлдө.
«500 бассейн» проекты илдең юғары уҡыу йорттарында йөҙөү бассейндары төҙөүҙе күҙ уңында тота. Программа 2009 йылда «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ултырышында раҫланды.
Читайте нас в