Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2010, 15:39

Мал ҡышлатыу – төп мәсьәлә

Республиканың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Илеш һәм Кушнаренко райондарында булып, мал ҡышлатыу барышы менән танышты.Ул Илеш райо­нында Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында мал ҡышлатыу, «Илеш ите» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтендә ит комбинатын реконструкциялау барышы, «Тыныслыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһында тоҡом малдарын үрсетеү эшмәкәрлеге менән танышты, «Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәре менән тоҡомсолоҡто үҫтереү проблемалары тураһында һөйләште. Шулай уҡ инвестор – «ИлешАгро» тарафынан ремонтланған малсылыҡ комплексын ҡараны.Район буйынса сәфәре аҙағында министрға «ҡара юрға» ат-спорт комплексын күрһәттеләр.Сәфәре барышында Азат Йыһаншин ауыл хеҙмәтсәндәре менән аралашты, уларҙың эш шарттары, эш хаҡын ваҡытында түләү-түләмәүҙәре менән ҡыҙыҡһынды.«Башинформ».

Мал ҡышлатыу – төп мәсьәлә
Мал ҡышлатыу – төп мәсьәлә
Республиканың ауыл хужалығы министры Азат Йыһаншин Илеш һәм Кушнаренко райондарында булып, мал ҡышлатыу барышы менән танышты.
Ул Илеш райо­нында Куйбышев исемендәге ауыл хужалығы предприятиеһында мал ҡышлатыу, «Илеш ите» яуап­лылығы сикләнгән йәмғиәтендә ит комбинатын реконструкциялау барышы, «Тыныслыҡ» ауыл хужалығы предприятиеһында тоҡом малдарын үрсетеү эшмәкәрлеге менән танышты, «Урал» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте хеҙмәтсәндәре менән тоҡомсолоҡто үҫтереү проблемалары тураһында һөйләште. Шулай уҡ инвестор – «ИлешАгро» тарафынан ремонтланған малсылыҡ комплексын ҡараны.
Район буйынса сәфәре аҙағында министрға «ҡара юрға» ат-спорт комплексын күрһәттеләр.
Сәфәре барышында Азат Йыһаншин ауыл хеҙмәтсәндәре менән аралашты, уларҙың эш шарттары, эш хаҡын ваҡытында түләү-түләмәүҙәре менән ҡыҙыҡһынды.
«Башинформ».
Читайте нас: