Ейәнсура районынан 28 йәшлек эшҡыуар ҡатын, үҙендә эшләп, декрет отпускыһына сыҡҡан хеҙмәткәренә бер йыл ярым буйы баланы ҡарау буйынса түләнә торған пособиены түләмәгән – бурыс яҡынса 30 мең һум тәшкил итә.
Шул уҡ ваҡытта предприятиеның иҫәбендә аҡса булған – поставкалаусылар менән иҫәп-хисап һәм башҡа операциялар башҡарылып торған.
Рәсәй Прокуратураһы тикшереү комитеты БР буйынса Тәфтиш идаралығының Ейәнсура бүлеге «пособие түләмәү» статьяһы буйынса эшҡыуарға ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан. Закон боҙоусыға 125 мең һумға тиклем штраф түләү янай.