Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
2 Ноябрь 2010, 15:31

Башҡортостанда эш хаҡы күтәреләсәк

Рөстәм Хәмитов Стәрлетамаҡ ҡала советының 43-сө ултырышында Башҡортостанда эш хаҡын дүрт йылда бер ярым тапҡырға арттырырға вәғәҙә итте. Республика башлығы әйтеүенсә, бюджет өлкәһе хеҙмәткәр­ҙәренә эш хаҡы 2013 йылға күтәреләсәк.

– Мин сәнәғәт предприятиелары етәкселәрен дә ошо өлгөгә эйәрергә саҡырам, – тип билдәләне Рөстәм Хәмитов. – Эш хаҡы ваҡытында бирелеүе хаҡында әйтмәйем, был мотлаҡ, әммә ул лайыҡлы ла булырға тейеш.
Төбәк башлығының һүҙҙәренә ҡарағанда, хәҙерге ваҡытта Башҡортостанда уртаса эш хаҡы 15600 һум тәшкил итә, был беҙҙең республикабыҙ кеүек кимәлдәге төбәк өсөн бик аҙ. Әлеге күрһәткес буйынса Башҡортостан Рәсәй Федерацияһында – 40–45-се, ә Волга буйы федераль округында бишенсе урында. Хәҙер Рәсәй буйынса уртаса эш хаҡы 20300 һум тәшкил итә.
Читайте нас: