Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
30 Октябрь 2010, 06:17

Профсоюздар уңышҡа өлгәште

Башҡортостан профсоюздары бөтә Рәсәй хеҙмәткәрҙәре мәнфәғәтен яҡлап алып ҡалдыРФ Дәүләт Думаһына 2011 – 2013 йылдарға РФ Социаль страховка фондын булдырыу һәм «Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағында һәм бала табыуға бәйле мотлаҡ социаль страховка тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты индерелгәйне.

Башҡортостан профсоюздары бөтә Рәсәй хеҙмәткәрҙәре мәнфәғәтен яҡлап алып ҡалды
РФ Дәүләт Думаһына 2011 – 2013 йылдарға РФ Социаль страховка фондын булдырыу һәм «Ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағында һәм бала табыуға бәйле мотлаҡ социаль страховка тураһында» федераль законға үҙгәрештәр индереү тураһында закон проекты индерелгәйне.
Был үҙгәрештәр бөтә хеҙмәткәрҙәрҙең, бигерәк тә ҡатын-ҡыҙҙарҙың һәм йәш хеҙмәткәрҙәрҙең мәнфәғәттәренә ҡағылырға тейеш була. Үҙгәрештәр ҡабул ителә ҡалһа, «больничный»ҙар хеҙмәт стажы 15 йылдан кәм булған бөтә хеҙмәткәрҙәр категорияһы өсөн уртаса эш хаҡы күләменән әҙерәк түләнер, ваҡытлыса эшкә яраҡһыҙлыҡ осрағында түләнгән пособие ла, уртаса эш хаҡын иҫәпләп сығарыу системаһы ла хеҙмәткәрҙәр өсөн отошло булмаҫ ине.
Ризаһыҙлыҡ акцияһы сифатында республика профсоюздарының беренсел профсоюз ойошмаларынан РФ Дәүләт Думаһына был закон проектын кире ҡағыуҙы талап иткән телеграмма ебәреү ойошторолдо. Һөҙөмтәлә Рәсәй парламентына беҙҙең республиканан меңдән ашыу телеграмма килгән. Бының һөҙөмтәһе – депутаттар был үҙгәрештәрҙе индереүҙән баш тартҡан.

Р. БАЙЫШЕВА.
Читайте нас: