Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2010, 18:16

Йәшлегем һин – комсомол!

Беҙҙең ата-олатайҙарҙың, ағай-апайҙарҙың кемеһе комсомол булманы икән? Бөгөнгө 34-35 йәшлек замандаштарыбыҙ ҙа бер генә йыл булһа ла ошо ойошманың ағзаһы булып торған. Ә элекке комсомолдар үҙҙәренең эшен, бер һүҙ менән әйткәндә, ялҡынлы йылдарын һаман һағынып иҫенә төшөрә. Ниндәй булған һуң комсомол? Уның сафында кем торған? Нимә эшләгәндәр? Ниңә хәҙер юҡ был ойошма? Йәш быуын ошондайыраҡ һорау бирер.

Йәшлегем һин – комсомол!
Йәшлегем һин – комсомол!
Беҙҙең ата-олатайҙарҙың, ағай-апайҙарҙың кемеһе комсомол булманы икән? Бөгөнгө 34-35 йәшлек замандаштарыбыҙ ҙа бер генә йыл булһа ла ошо ойошманың ағзаһы булып торған. Ә элекке комсомолдар үҙҙәренең эшен, бер һүҙ менән әйткәндә, ялҡынлы йылдарын һаман һағынып иҫенә төшөрә. Ниндәй булған һуң комсомол? Уның сафында кем торған? Нимә эшләгәндәр? Ниңә хәҙер юҡ был ойошма? Йәш быуын ошондайыраҡ һорау бирер.
Тарихҡа байҡау

Октябрь революциянан һуңғы тәүге йыл. 1918 йылда һуғыштан фәҡирләнгән, емереклектәрҙә ҡалған Рәсәйҙә революция йәштәрен берләштергән яңы хәрәкәт барлыҡҡа килә. Ошо йылдың 29 октябренән 4 ноябренә тиклем Мәскәүҙә эшсе һәм крәҫтиән йәштәренең Беренсе съезы үтә. Унда 22100 кеше исеменән 176 делегат ҡатнаша. Сара ойошманың төп бурысын билдәләй: коммунизм идеяларын таратыу, Совет Рәсәйе төҙөлөшөнә эшсе һәм крәҫтиән йәштәрен әүҙем йәлеп итеү. Рәсәй Коммунистик йәштәр союзы – РКСМ, йәғни комсомол урындарҙа Совет власын нығытыуҙа ҙур роль уйнай. Владимир Ленин үлгәс, ойошмаға уның исеме бирелә (тәүҙә РКЛСМ, аҙаҡ ВЛКСМ – Всесоюзный ленинский коммунистический союз молодежи).
1928 – 1940 йылдар – биш йыллыҡтар осоро. Ил етеҙ темпта үҫешә, комсомолдар ДнепроГЭСты төҙөй, Донбасс шахталарында эшләй, ауыл хужалығын күтәрә, завод-фабрикалар ҡора. Бөйөк Ватан һуғышы башланғас та меңәрләгән комсомолец үҙ теләге менән тәүге көндәрҙән үк яуға китә. Унан һуңғы йылдарҙа илде тергеҙеүҙә ҡатнашыуҙары менән бер рәттән сиҙәм күтәреүҙә, Себер төҙөлөштәрендә ихлас тир түгәләр, хеҙмәткә коммунистик ҡараш, экономиялау, һаҡсыллыҡ өсөн көрәшәләр.
Үҙгәртеп ҡороу йылдары иһә бөтәһен дә ныҡлыҡҡа һынай. 1991 йыл тотош йәмғиәт өсөн һынылышлы була, дәүләт һәм халыҡ коммунистик идеяларҙан ситкә тайпыла. Октябрҙә үткәрелгән XXII съезда ойошманың таратылыуы хәбәр ителә. Нәҡ ошо йылдарҙа йәштәр эшһеҙлеге, наркомания, эскеселек, үҫмерҙәр енәйәтселеге «сәскә ата» башлай. Урындарҙа комсомол ойошмалары тергеҙелеп ҡарай, тик әллә ни һөҙөмтәләр яуланмай...

Башҡортостан комсомолы

Рәсәй үҫешенең һәр этабында ла Башҡортостан йәштәре әүҙем ҡатнаша. Революция осҡоно тейгән егет-ҡыҙҙар Өфө, Минйәр, Златоуст, ҡатау-Ивановск социалистик йәштәр союздарында хәрби сынығыу ала. Белорет, Бөрө, Шишмәлә комсомол ячейкалары төҙөлә. 1920 йылдың июнендә Башҡортостандың комсомол ойошмаһы барлыҡҡа килеп, 15 октябрҙә ул саҡтағы баш ҡала – Стәрлетамаҡта Беренсе Бөтә башҡорт комсомол съезы үтә. Был сарала төбәктәге 1800 комсомол исеменән 35 делегат ҡатнаша. Съезда ҡатнашыусылар республиканың эске һәм тышҡы хәл-торошо, комсомолдың бурыстары, йәштәрҙең коммунистик интернационалы тураһындағы мәсьәләләрҙе ҡарай. 22 октябргә тиклем дауам иткән сарала шулай уҡ наҙанлыҡты бөтөрөү, коммунистик шәмбе өмәләре, үҫмерҙәр матбуғаты тураһында ла һүҙ була.
Комсомолдың өлкә комитеты һайланып, уның бюроһына өс кеше инә – Ниғмәтйән Ғиззәтуллин, Александр Фролов, Носратулла Ямалетдинов. – Съездан һуң яңы ячейкалар күпләп төҙөлә, йәштәрҙең комсомолға килеүе күҙәтелә, эштәр ҙә әүҙемләшә. Ошо сара алдынан 1800 комсомол һаналһа, 1921 йыл башына өлкә комитет 7600 ағза барлығын теркәй. Йәштәр төбәктәрҙә совет власын нығытыуҙа партия ойошмаларының ышаныслы терәгенә әйләнә.
Биш йыллыҡтың тәүге осорҙарында беҙҙең РКСМ ойошмаһы республикалағы нефть ятҡылыҡтарын үҙләштереүгә «шефлыҡ» итә, Ишембай ҡалаһын төҙөүҙә ҡатнаша. 1930 йылда ойошмала 79 мең йәш кеше ағза булып тора. Илде индустриялаштырыу йылдарында республика комсомолияһы яңы төҙөлөштәргә ике меңдән ашыу квалификациялы йәш белгесте ебәрә.
1941 йылда һуғыш башланған көндә үк йөҙләгән комсомол ҡулына ҡорал ала. ВЛКСМ-дың Башҡорт өлкә комитеты бер нисә комсомол мобилизацияһы ойоштора, 35 мең егет һәм ҡыҙ тылда полктар ойоштороу программаһы буйынса хәрби әҙерлек үтә, данлыҡлы Башҡорт атлы кавалерия дивизияһында 500-ҙән ашыу комсомол дошманға ҡаршы һуғыша. Тылда республика йәштәре «Комсомолец Башкирии» авиаэскадрильяһы төҙөү өсөн 13326000 һум, «Пионер Башкирии» танк колоннаһы өсөн 927000 һум аҡса йыйып ебәрә.
Һуғыштан һуң республиканың яңы сәнәғәт үҙәктәре төҙөлөшөндә ҡатнашыусыларҙың 70 проценты йәштәр була. Өфө-Омск нефть үткәргесе, Шкапов-Магнитогорск газ үткәргесе, Туймазы һәм Шкапов газ-бензин заводтары, Урал аръяғының сиҙәм ерҙәрендәге «Урал», «Матрай», «Маҡан, «Хәйбулла» совхоздары һ. б. – барыһы ла комсомолдың удар төҙөлөшө емештәре. Мәҙәниәт, фән, спорт ҡаҙаныштарында ла йәштәрҙең өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Быларҙың бөтәһе лә – комсомол тарихы.

Комсомол байрағындағы алты орденды хәтерләйҙер әле апай-ағайҙар. ҡыҙыл Байраҡ ордены (1928 й.) граждандар һуғышы һәм сит ил интервенцияһы йылдарында йәштәрҙең батырлығы өсөн бирелә. Хеҙмәт ҡыҙыл Байраҡ ордены (1931) – беренсе биш йыллыҡ уңыштары, өс Ленин ордены (1945, 1948, 1956) – Бөйөк Ватан һуғышында, илдә халыҡ хужалығын тергеҙеүҙә, сиҙәм күтәреүҙә күрһәткән ҡаҙаныштары, Октябрь революцияһы ордены (1968) данлы тарихы һәм емешле эшмәкәрлеге өсөн ҙур баһа була. Был ордендар ойошманың Советтар Союзы тарихына индергән тос өлөшө хаҡында һөйләй.

Алһыу ИШЕМҒОЛОВА әҙерләне.
Читайте нас в