Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2010, 20:28

Өс һөйләм менән

25 – 26 октябрҙә Өфөлә юғары уҡыу йорто студенттарының Бөтә Рәсәй универсиадаһы үтә. Ул быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр 13 команда ҡатнашһа, быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 15 команда һәм 150-нән ашыу студенттың килеүе көтөлә.

25 – 26 октябрҙә Өфөлә юғары уҡыу йорто студенттарының Бөтә Рәсәй универсиадаһы үтә. Ул быйыл икенсе тапҡыр ойошторола. Былтыр 13 команда ҡатнашһа, быйыл Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 15 команда һәм 150-нән ашыу студенттың килеүе көтөлә.

26 – 28 октябрҙә Өфөлә ҡала мәҙәниәт һарайында «Аҡ һыуһар» тип аталған эстрада йырҙары конкурсы уҙа. Унда үҙешмәкәр сәнғәт коллективтары һәм 23 йәшкә тиклемге йырсылар ҡатнаша ала. Конкурстың маҡсаты – коллективтарҙың һәм йәш йырсыларҙың башҡарыу кимәлен, сәхнә оҫталығын күтәреү, яңы коллективтарҙы һәм башҡарыусыларҙы асыҡлау.

26 – 29 октябрҙә баш ҡаланың Спорт һарайында «Урал» сәнәғәт форумы үтә. Уның барышында «Иннова­циялар», «Металл эшкәртеү», «Нефть­газсервис», «Ағас эшкәртеү», «Энергетика һәм ресурстарҙы һаҡлау» һәм башҡа махсуслаштырылған күргәҙмәләр ойоштороласаҡ. Форумда Рәсәйҙән 80-гә яҡын предприятиеның ҡатнашыуы көтөлә.

Башҡортостанда күсемһеҙ ми­леккә хоҡуҡтарҙы теркәү акттары һаны арта бара. Йыл башынан Рәсәй реестрының Башҡортостан Рес­публикаһы буйынса идаралығында күсемһеҙ милек менән идара итеү хоҡуғына 555781 документ теркәлгән. Был, 2009 йылдың ошо осоро менән сағыштырғанда, 6248 ғаризаға күберәк.

БР Һаулыҡ һаҡлау министрлығы мәғлүмәттәре буйынса, 2000 йылдан 2009 йылға тиклем Башҡортостанда яңы тыуған сабыйҙар араһында үҫешендә тотҡарлыҡтар булған балалар һаны 55 процентҡа артҡан. Иң ҙур күрһәткес Дүртөйлө районында – 20 тапҡырға, Илеш менән Мәсетле райондарында ла 15 тапҡырға артыу күҙәтелгән. Былтыр яңы тыуған 582 баланың тулыһынса сәләмәт булмауы теркәлгән.

Белорет районында 14 йәш ғаиләгә «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһы буйынса торлаҡ төҙөүгә йә һатып алыуға социаль түләүҙәр алыуға таныҡлыҡ тапшырылған. Федераль һәм республика программалары нигеҙендә йәш ғаиләләргә ярҙам күрһәтеү менән бер рәттән, район кимәлендә лә йәштәргә өҫтәмә ярҙам күрһәтелә. Райондың маҡсатлы программаһына ярашлы, республика һәм федераль бюджеттан бүленгән субсидияға өҫтәп, урындағы бюджеттан да 10 мең һум аҡса бирелә.

Башҡортостан таможняһы мәғлүмәттәре буйынса, республиканың 598 предприятиеһы донъяның 92 иле менән тышҡы иҡтисади бәйләнештәр булдырған. Туғыҙ айҙа тышҡы сауҙа әйләнеше 2,7 млрд доллар тәшкил иткән, шул иҫәптән – 2,4 млрд доллар­ға яҡын экспорт һәм 307 млн доллар импорт. Беҙҙә етештерелгән тауарҙар­ҙың күбеһе ҡытайға, Финляндияға, Голландияға һәм Кипрға ебәрелгән.

Мәләүездә бөтә муниципаль автотранспорт газ яғыулығына күсерелә. ҡалала тарнспортты газға күсереү буйынса өс үҙәк асылған, дүрт газ менән заправкалау станцияһы эшләй. Был, беренсенән, экономия йәһәтенән отошло булһа, икенсенән, автотранспорт газ яғыулығын ҡуллан­ғанда тирә-яҡ мөхиткә зыяны ла әҙерәк, һауа ла таҙараҡ.

С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.
Читайте нас: