Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
26 Октябрь 2010, 21:29

Донъя яңылыҡтары

Гаитиҙа вабанан (холеранан) 250-нән ашыу кеше вафат булған, ә сир йоҡтороусылар һаны өс меңдән дә күберәк. Эпидемия әлегә илдең төньяғында таралһа ла, властар «сир сикле биләмәлә» тип, халыҡты хәүефләндермәҫкә тырышһа ла, барыбер ҡурҡыныс бар. Сир ер тетрәү арҡаһында йортһоҙ ҡалған кешеләр йәшәүсе лагерҙа башланған, тиһәләр ҙә, бында ауырыу теркәлмәгән. Әйткәндәй, лагерҙа 10 мең самаһы кеше палаткаларҙа көн күрә. Халыҡ-ара гуманитар ойошмалар Гаитиға өҫтәмә ярҙам күрһәтә, тәү сиратта һыуҙы зарарһыҙландырыу саралары күрелә. Илдең Һаулыҡ һаҡлау министрлығы эпидемияның контролдә тотолоуын белдерә.

Читайте нас: