-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
23 Октябрь 2010, 16:42

Өс һөйләм менән

БР Президенты Р. Хәмит­овтың Көньяҡ Урал райондарына сәфәрендә Сибайҙа граждандарҙы ҡабул итеүе һөҙөмтәһе – ҡаланың Арҡайым биҫтәһендә мәктәп төҙөлә башланы. Сөнки был микрорайон балалары Сибай үҙәгендәге мәктәпкә йәмәғәт транспортында йөрөй – юлға бер сәғәт ваҡыт китә. Рөстәм Хәмитов был хәл тураһында белешергә һәм яуаплы кешеләрҙән мәктәп төҙөлөшөн тиҙләтергә вәғәҙә иткәйне һәм һүҙендә торҙо – төҙөлөш майҙанында эш ҡыҙа.

Мәскәүҙә Рәсәй Хөкүмәте Рәйесе урынбаҫары Игорь Шувалов илдең иң яҡшы предприятиеларына 2009 йылда сифат өлкәһендә федераль хөкүмәт премияһын тапшырҙы. Лауреаттар араһында Белорет металлургия комбинаты ла бар. Һуңғы өс йылда Башҡортостан предприятиелары абруйлы конкурс премияларына һәм дипломдарына эйә була бара.

29 – 31 октябрҙә Өфө ҡалаһында Урал – Волга буйы төбәге буйынса Бөтә Рәсәй Хәрби сәнғәт форумы үтәсәк. Форум барышында чемпионат һәм Европа кубогына ориентал, каратэ һәм үҙ-үҙеңде яҡлау буйынса һайлап алыу турҙары ойоштороласаҡ. Шулай уҡ башҡа спорт төрҙәре буйынса ла республика турнирҙары үткәреү ҡаралған.

1 – 3 ноябрҙә Өфө ҡалаһында махсус мәктәп-интернаттар тәрбиәләнеүселәре араһында V республи­ка спорт ярыштары уҙасаҡ. Унда республиканың 26 белем биреү учреждениеһынан 200-ҙән ашыу бала ҡатнашасаҡ. Сәләмәтлектәре буйынса мөмкинлектәре сикләнгән ҡыҙҙар һәм малайҙар үҙҙәрен төрлө спорт төрҙәрендә һынап ҡараясаҡ.

Башҡортостан вуздары Иор­да­ния менән хеҙмәттәшлек итәсәк. «Башҡорт-ғәрәп дуҫлығы» йәмғиәте идараһы рәйесе Урал Ғиззәтуллин әйтеүенсә, Иорда­нияға һәм Сүриә Республикаһына эш сәфәре барышында белем биреү учреждениелары һәм был дәүләттәрҙең эшлекле даирәләре менән бәйләнештәр булдырылған. Иордания менән хеҙмәттәшлек итеүгә Башҡорт дәүләт университеты, М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты, Өфө дәүләт сервис һәм иҡтисад академияһы бөгөндән әҙер.

Хәйбулла районында опекун ғаиләләр араһында конкурс ойошторолдо. Унда дүрт ғаилә ҡатнашты. Гран-приға Аҡъярҙан ҡырымғужин­дар ғаиләһе лайыҡ булды.

БР Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығында һунарға рөхсәт алыу өсөн ғаризалар ҡабул итеү дауам итә. Быйыл шарттар бер ни тиклем үҙгәргән. Ул, лототрон ҡулланып, осраҡлы номерҙар­ҙы билдәләү аша башҡарыласаҡ.
С. ЛОТФУЛЛИНА әҙерләне.