Туймазы ҡалаһында 21 йәш ғаилә ун миллион һумдан ашыуыраҡ хаҡҡа торлаҡ һатып алыуға (төҙөүгә) субсидияға хоҡуҡ тураһында таныҡлыҡ алды.
Был средстволар Башҡортостан Республикаһында 2002 – 2010 йылдарға «Торлаҡ» федераль маҡсатлы программаһының «Йәш ғаиләләрҙе торлаҡ менән тәьмин итеү» пунктын тормошҡа ашырыу сиктәрендә бүленде. Тағы өс ғаилә (ә йыл башынан алып – һигеҙ ғаилә), торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж йәш ғаиләләргә дәүләт ярҙамы күрһәтеүсе республика программаһына ярашлы, бала тыуғанда (уллыҡҡа алғанда) йәш ғаиләләргә субсидия биреү өлөшөндә, субсидия алды. Дәүләт ярҙамы алыу бәхетенә өлгәшеүселәр – иҡтисадтың төртө тармаҡтарында эшләүсе, бер-өс балаһы булған 35 йәшкә тиклемге йәштәр һәм яңғыҙ әсәләр. Туймазыла субсидия алыуға иҫәптә бөгөн 1200-ләп йәш ғаилә тора.
Район хакимиәте йәш ғаиләләргә бер тапҡыр бушлай ер участкаһы ла бирә.