Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2010, 15:36

Ҡоролтайҙың бурыстары етди һәм аныҡ

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары үткән йомала «түңәрәк өҫтәл» артында БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, башҡорт халҡы, республика алдында торған төп бурыстар хаҡында һөйләште.– Беҙҙең республикала 130 милләт вәкиле йәшәй. Әммә башҡорттар был ерҙәрҙә быуаттар дауамында аҫаба халыҡ булып иҫәпләнә. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн беҙ күп милләтлелек, толерантлыҡ принциптарын алға ҡуябыҙ. Шулай ғына беҙ халҡыбыҙ үҫешен тәьмин итә алабыҙ. Беҙҙең күп милләтлелек айырым аҡыл талап итә, – тине осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты ағзалары үткән йомала «түңәрәк өҫтәл» артында БР Президенты Рөстәм Хәмитов менән осрашып, башҡорт халҡы, республика алдында торған төп бурыстар хаҡында һөйләште.
– Беҙҙең республикала 130 милләт вәкиле йәшәй. Әммә башҡорттар был ерҙәрҙә быуаттар дауамында аҫаба халыҡ булып иҫәпләнә. Шуға ҡарамаҫтан, бөгөн беҙ күп милләтлелек, толерантлыҡ принциптарын алға ҡуябыҙ. Шулай ғына беҙ халҡыбыҙ үҫешен тәьмин итә алабыҙ. Беҙҙең күп милләтлелек айырым аҡыл талап итә, – тине осрашыуҙа Рөстәм Хәмитов.
Башҡортостан Президенты бөтә донъя башҡорттарының беренсе ҡоролтайында ла, икенсеһендә лә ҡатнашҡан һәм ҡуйылған бурыстарҙы, ҡоролтай алдындағы мөһим мәсьәләләрҙе яҡшы белә.
Республика башлығының әйтеүенсә, һуңғы йылдарҙа башҡорт мәҙәниәте үҙ үҫешендә һиҙелерлек аҙым яһаны. Әҙәбиәт, мәҙәниәт, сәнғәт өлкәһендә лә үҫеш күҙәтелде. Бының өсөн ярайһы ғына финанс ярҙамы күрһәтелгән. Был сығымдар, әлбиттә, аҡланды.
Рөстәм Хәмитов республикалағы хәл-торош менән дә таныштырҙы. Уның билдәләүенсә, бөтә ыңғай нәмәләр­ҙең нигеҙендә иҡтисади тотороҡлолоҡ ята.
– Әгәр Башҡортостанда йәшәүсе барса халыҡтарға лайыҡлы тормош бирергә ресурстар етерлек икән, беҙҙә бер ҡасан да милләт-ара, дин-ара аңлашылмаусанлыҡ тыу­маясаҡ. Шуға ла бөгөн тәү сиратта иҡтисадты күтәреүгә ҙур иғтибар бирергә тейешбеҙ.
ҡоролтайҙың яңы һайланған рәйесе Илгиз Солтан­моратов та, Президенттың фекерен ҡеүәтләп, башҡорт халҡының йәшәү шарттарын яҡшыртыу, иҡтисади проблемаларҙы хәл итеү төп бурысыбыҙ, тине һәм Рөстәм Хәмитовҡа ҡоролтай эшмәкәрлегенә ҡарата иғтибары өсөн рәхмәт белдерҙе.

Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының советы ойошторолдо

Совет составына ҡоролтай башҡарма комитеты рәйесе Илгиз Солтанморатов, уның өс урынбаҫары – Румил Аҙнабаев, Вәлиәхмәт Бәҙретдинов, Фәнзил Әхмәтшин, башҡарма комитет комиссиялары рәйестәре ингән.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы – милләт-ара мөнәсәбәттәрҙе нығытыуға, республиканың социаль-иҡтисади үҫешенә ҙур өлөш индерергә һәләтле йәмәғәт ойошмаһы. Совет ойошма эшмәкәрлегенең өҫтөнлөклө йүнәлештәрен, уның үҫеш перспективаларын билдәләйәсәк. Комиссиялар рәйестәренә уларҙың составын һәм эш йүнәлештәрен билдәләргә кәрәк.

А. ЗИННУРОВА.
Читайте нас: