Мәскәү яңы «хужа»һын көтә
Илдең баш ҡалаһында тиҙҙән яңы мэр эш башлаясаҡ.
Мәскәү ҡала думаһында ошо вазифаға кандидат Сергей Собянин менән осрашыу үтте. Раҫланған хәлдә, ул эшкә 21 октябрҙә тотонасаҡ.
Быға тиклемге беҙгә таныш баш ҡала етәксеһе Юрий Лужков 28 сентябрҙә РФ Президенты ҡарары менән вазифаһынан бушатылғайны. Сәбәбе – Лужковҡа ышаныс юғалған. Хәҙер Дмитрий Медведев вице-премьер Сергей Собянинға ышаныс күрһәтеп, уның кандидатураһын Мосгордумаға тәҡдим иткән.
Краснодарҙа – ташҡын
Краснодар крайындағы ташҡын һөҙөмтәһендә һәләк булыусылар, хәбәрһеҙ юғалыусылар һаны тиҫтәләрсә кеше иҫәпләнә.
Туапсе районында үткән ял көндәрендә яуған көслө ямғырҙар арҡаһында йылғаларҙа һыу кимәле күтәрелгән. Ете ауыл берәмеге (уға 17 тораҡ пункт инә) ташҡын зонаһында ҡалған. Уларҙа 2 меңдән ашыу кеше йәшәй. Халыҡтың байтағы йортонан яҙған һәм улар ташҡын тирәһенән алыҫыраҡ китеүҙе хуп күрә.
Кисә был төбәктә матәм көнө иғлан ителде. Иҡтисади зыян сама менән 500 миллион һумға торошло.
Пенсия йәшен оҙайтыу кәрәкмәй
Франция халҡы пенсия системаһын реформалауға ҡаршы дөйөм милли ҡаршылыҡ көнө үткәрҙе.
Илдең яңы законы буйынса пенсия йәше (62 йәш) Европала иң түбәне булып ҡалыуға ҡарамаҫтан, граждандар үҙгәрештәр менән бер нисек тә килешә алмай, забастовкалар һаны ла кәмемәй. Етмәһә, протест акцияһына 12 нефть эшкәртеү заводы эшселәре лә ҡушылған. Илдә йәмәғәт транспорты рейстары һирәгәйгән. Бынан тыш, демонстранттар полиция менән дә бәрелешкән, утыҙлаған кеше ҡулға алынған.
Профсоюздар хәбәр итеүенсә, «баш күтәреү»ҙең оҙайлы булыуы ихтимал. Ял көндәрендәге акцияла барлығы 2,5 миллион кеше ҡатнашҡан.
ҡыҙҙар... урланмаясаҡ
Чечен Республикаһы Президенты Рамзан ҡадиров Кавказда быуаттар дауамында атҡарылған ҡыҙ урлау йолаһын тамырынан ҡоротмаҡсы.
Министрлыҡтар, хоҡуҡ һаҡлау органдары, диндарҙар ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә ул ҡыҙ урлауҙың Исламға, Рәсәй ҡануниәтенә, чечен йолаларына ҡаршы килеүен билдәләне. ҡадиров халыҡты, дини етәкселекте бындай енәйәт ҡылыусыларға булышлыҡ итмәҫкә саҡырҙы. Республиканың диниә назараты рәйесе лә кәләште урлап алыусыларҙы октябрь айынан башлап язаға тарттырасаҡтары хаҡында белдерҙе.