Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
19 Октябрь 2010, 15:45

Ауыл хужалығына аныҡ ярҙам кәрәк

Башҡортостан Президенты ҡырмыҫҡалы районы буйлап эш сәфәре барышында республиканың «Алтын көҙ — 2010» халыҡ-ара агросәнәғәт күргәҙмәһендә еңеүсе 15 ауыл хужалығы предприятиеһы етәксеһе менән осрашыуында етештереүселәргә дотациялар, кредиттар буйынса процент ставкаларын субсидиялау, милеккә һалымды кәметеү һәм инвестициялар йәлеп итеү темалары күтәрелде.

Быйыл да Башҡортостан был күргәҙмәлә Рәсәйҙә миҙалдар һаны буйынса беренсе урынды яуланы – уларҙың һаны хәҙер 521-гә етте. Был наградалар республиканың ҙур потенциалға эйә булыуын күрһәтә, ләкин тышҡы дәғүәселек мөхите беҙҙе артабан үҫешергә мәжбүр итә, тип билдәләне республика башлығы. Ул, ауыл хужалығына аныҡ ярҙам күрһәтеү өсөн ресурстарҙы ҡаты иҫәпкә алыу һәм бюджет средстволарын ҡайтанан бүлеү кәрәк, баҙар формаларына күсеү бик һүлпән бара, ә агросәнәғәт комплексын үҫтереү өсөн был бик мөһим, тип һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Президент Ауыл хужалығы министрлығына һәм Башҡортостан Хөкүмәтенә бер ай эсендә Хөкүмәт ултырышына бөтә материалдарҙы әҙерләргә ҡушты. Осрашыуҙа билдәләнгән бөтә «ауыртҡан» урындар ошо ултырышта ҡараласаҡ.
Читайте нас: