Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2010, 16:43

Рухлы, ҡеүәтле ерҙә йәшәйбеҙ!

Байрамдарҙың иң ҡәҙерле һәм иҫтә ҡалған минуттары – аҙағы, тип әйтеү һис хата булмаҫ. Шуға ла улар­ҙы матур итеп тамамлап ҡуйыуға лайыҡлы иғтибар бүленә, был бәләкәй генә табындарға ла, ил кимәлендә ойошторолған ҙур тантаналарға ла ҡағыла.

Рухлы, ҡеүәтле ерҙә йәшәйбеҙ!
Рухлы, ҡеүәтле ерҙә йәшәйбеҙ!
Байрамдарҙың иң ҡәҙерле һәм иҫтә ҡалған минуттары – аҙағы, тип әйтеү һис хата булмаҫ. Шуға ла улар­ҙы матур итеп тамамлап ҡуйыуға лайыҡлы иғтибар бүленә, был бәләкәй генә табындарға ла, ил кимәлендә ойошторолған ҙур тантаналарға ла ҡағыла.
Республика башлығының тәбрикләү һүҙҙәренән һуң күҙгә күренеп күңелләнеп, дәртләнеп киткән майҙан­ға «Каруанһарай» төркөмөнөң сығып, заманса ритмлы йырҙар менән сығыш яһауы байрамға тағы ла йәм өҫтәне. Ә байрамдың «десерты» – салют үҙе лә бик шәп булды. Хатта, төрлө төҫтәге уттарға ҡарап, иҫтәре китеп һоҡланған кешеләр араһында «Өфөлә бындай фейерверк булғаны юҡ ине әле!» – тип әйтеүселәр ҙә осраны.
Республика көнө айҡанлы Өфөнөң Нефтселәр мәҙәниәт һарайында тантаналы йыйылыш та үтте. Унда Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов, БР Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев, республика Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫарҙары, төрлө министрлыҡ һәм ведомстволар етәкселәре, депутаттар, йәмәғәт ойошмалары вәкилдәре ҡатнашты.
Рөстәм Хәмитов, тантанаға йыйылыусыларҙы Республика көнө менән тәбрикләп, Башҡортостан үҫешенең төп этаптарына анализ яһаны. Республика башлығы билдәләүенсә, үткән егерме йыл Рәсәйҙә сираттағы ижтимағи-иҡтисади мөнәсәбәттәр системаһы үҙгәргән осор булды. Үҙгәртеп ҡороу йылдарын, баҙар иҡтисады тетрәнеүҙәрен Башҡор­тостан халҡы сағыштырмаса еңел үткәрҙе.
– Һуңғы йылдарҙа башҡорт халҡының тағы ла бер һулышы асылды. Башҡорт теле дәүләт теле булараҡ нығынды һәм үҫеште. Бөгөн башҡорт теле – белемле, мәҙәниәтле, интеллигент кешеләр теле. Хәҙер туған телдән оялыу, башҡортса һөйләшмәҫкә тырышыу бер кемдең дә башына ла инеп сыҡмай. Ә иң мөһиме – йәштәр башҡорт телендә иркен, рәхәтләнеп һөйләшә, – тине Президент.
Әлбиттә, республика халҡын тыуған еребеҙгә һөйөү, уны тағы ла байыраҡ, ҡеүәтлерәк итеү теләге берләштерә. Башҡортостан Пре­зиденты республика халҡына һуңғы йылдарҙағы лайыҡлы хеҙмәте өсөн рәхмәт әйтте. Беҙҙең һоҡланғыс матур еребеҙ, иҫ киткес тәбиғәтебеҙ, бай тарихыбыҙ, ә иң мөһиме – талантлы һәм эшһөйәр халҡыбыҙ менән ғорурланырға хаҡыбыҙ бар.
ҡыҫҡаһы, Республика көнөн Башҡортостан халҡы матур итеп байрам итте. Бөтә ерҙә рух ныҡлығы, дәрт, ғорурлыҡ, ҡеүәт һиҙелеп торған төбәктә йәшәүселәр артабан да ижади эшләр, гөрләтеп йәшәр!
Лилиә СИРАЕВА.
Читайте нас: