-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
16 Октябрь 2010, 16:56

иң һыуыҡ ҡыш яҡынлаша

Синоптиктар билдәләүенсә, сәбәбе – Мексика ҡултығының нефть менән бысраныуы арҡаһында Гольфстримдың аномаль һыуыныуы. Йылы ағымдың темпертураһы үҙгәреүе төньяҡ Европала ҡышҡы температураның түбәнәйеүенә килтерәсәк.

«Росгидромет» башлығы Алек­сандр Фролов әйтеүенсә, Мәскәүҙә термометр бағанаһының хатта тиҙҙән –20 –25 градусҡа тиклем түбәнәйеү осраҡтары буласаҡ – аҙна йәки ун көн буйы көндәр бик һыуыҡ торасаҡ. Бындай көн торошо Рәсәйҙең төньяҡ өлөшөндә оҙайлы буласаҡ. Дөйөм алғанда, бик һыуыҡ ҡыш көтөлә.
Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фондының климатик программаһы башлығы Алексей Кокорин фекеренсә, быйыл көтөлгән көн торошоноң аномаль эҙемтәләре хәүеф уята. «Рәсәйҙе дауыл, көслө ямғыр һәм ҡар көтә. 10 – 15 йылдан бындай хәл икеләтә артасаҡ. Хатта көтөлмәгән хәлдәрҙең дә булыуы бик ихтимал. Шунлыҡтан беҙ климаттың көтөлмәгән һәм аңлайышһыҙ үҙгәрештәренә әҙер булырға тейешбеҙ», – тип иҫкәртә эксперт.
Т. АМАНОВ.