Йылдарҙа – беҙҙең тарих
2000 йылБашҡортостанда – Йәштәр йылы Апрель – «Башҡорт баҡыр-көкөрт комбинаты» йәмғиәтенең Сибай карьерында мәғдәндең 100 миллионынсы тоннаһы табыла.1 июндә Башҡортостанға Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһе илселәре һәм дипломатик корпустары хеҙмәткәрҙәре килә. Улар араһында Молдова, Үзбәкстан, Беларусь, Тажикстан, Төркмәнстан, Әзербайжан, Әрмәнстан, ҡаҙағстан илселәре була. ҡунаҡтар «Башҡортостандың БДБ илдәре менән сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлеге проблемалары һәм перспективалары» тигән халыҡ-ара ғилми-ғәмәли конференцияла ҡатнаша.