Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2010, 16:10

Оҫталар байрамын хәтерләтте

Өфөлә башланғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының йәрминкәһе үттеҡырҙа, шәхси хужалыҡтарҙа, баҡсаларҙа уңыш йыйып алынғас, баш ҡалабыҙ Өфөнөң төрлө майҙандарында йәрминкәләр башлана. Шулар араһында иң байы, иң матуры һәм иң үҙенсәлеклеһе ул башлан­ғыс һөнәри белем биреү учреждениеларының йәрминкәһе. Йола буйынса йыл һайын баш ҡаланың Спорт һарайы алдындағы майҙанда үтә ул. Республика көнөнә, Уҡытыусы йылына һәм башлан­ғыс һөнәри белем биреү системаһының 70 йыллығына арналған быйылғы йәрминкә лә башҡа йылдарҙағынан бер ҙә ҡалышманы. Унда республиканың барлыҡ һөнәрселек училищелары һәм лицейҙары ла әүҙем ҡатнашты.

Оҫталар байрамын хәтерләтте
Оҫталар байрамын хәтерләтте
Читайте нас: