Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2010, 16:02

Лауреаттар билдәле булды

БР Президенты Рөстәм Хәмитов әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә 2010 йыл өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы. Уға ярашлы, был юғары бүләккә яҙыусы Ринат Камал – «Әлфирә» китабы, композитор, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Рөстәм Сабитов – Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса ҡуйылған «Прометей» балетына яҙған музыкаһы, фоторәссам Рәмил Килмәмәтов әүҙем күргәҙмә эшмәкәрлеге һәм «Башҡортостан – минең йөрәгемдә», «Башҡортостан – минең йәнтөйәгем» китап-фотоальбомдары өсөн лайыҡ булды.

БР Президенты Рөстәм Хәмитов әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә 2010 йыл өсөн Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияларын биреү тураһындағы Указға ҡул ҡуйҙы.
Уға ярашлы, был юғары бүләккә яҙыусы Ринат Камал – «Әлфирә» китабы, композитор, Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры дирижеры Рөстәм Сабитов – Мостай Кәримдең «Ташлама утты, Прометей!» трагедияһы буйынса ҡуйылған «Прометей» балетына яҙған музыкаһы, фоторәссам Рәмил Килмәмәтов әүҙем күргәҙмә эшмәкәрлеге һәм «Башҡортостан – минең йөрәгемдә», «Башҡортостан – минең йәнтөйәгем» китап-фотоальбомдары өсөн лайыҡ булды.
Читайте нас: