Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
5 Октябрь 2010, 20:29

Көйөргәҙелә эштәр көйлөмө - II?

Өфө-Ырымбур маршруты буйлап республикабыҙҙың иң көньяҡ районына яҡынлашҡан һайын юлдарҙың тигеҙлегенә, баҫыуҙарҙың таҙалығына, йорттарҙың төҙөклөгөнә ҡарап, күңелдә тыуған шатлыҡ тойғолары артҡандан-арта. Күмертау ҡалаһын үтеп, Көйөргәҙе районы биләмәләренә килеп ингәс, ҡыуаныс тағы ла үҫеп киткәндәй була. Ысынлап та, районда һуңғы бер нисә йылда байтаҡ ҡына ыңғай үҙгәреш булды. Был айырыуса белем биреү һәм һаулыҡ һаҡлау учреждениеларына ҡағыла. Район үҙәге Ермолаевкала ла, Отрада, Мораптал, Яҡшымбәт, Яҡуп ауылдарында ла яңы балалар баҡсалары, мәктәптәр, фельдшер-акушерлыҡ пункттары, дауаханалар ҡалҡып сыҡты, иҫкеләре төҙөкләндерелде. Мәҙәниәт усаҡтары яңыртылған ауылдар ҙа юҡ түгел Көйөргәҙелә. Морапталда яңы мәҙәниәт усағы эшләй башланы, Йомағужала ла бәләкәй генә булһа ла клуб сафҡа инде, Яҡут ауылының клубы ла маҡтауға лайыҡ. Райондың мәҙәни тормошо ла ҡайнап тора. Бында башҡорт, татар, сыуаш, рус халыҡтарының рухи ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү йәһәтенән аныҡ эштәр башҡарыла. Фольклор ансамблдәре, йыр-бейеү коллективтары төрлө кимәлдәге конкурстарҙа, фестивалдәрҙә уңышлы сығыш яһай, еңеүҙәр яулай.

Читайте нас: