Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Сентябрь 2010, 21:38

Башҡортостан Президенты Хакимиәтендә үҙгәрештәр

Рөстәм Хәмитов үҙ Указы менән Президент хакимиәте структураһына етди үҙгәрештәр ин­дерҙе. Указға ярашлы, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, БР Президенты Секретариаты, БР Президентының Эштәр идаралығы, Эске сәйәсәт идаралығы, Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы, Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы ойошторолдо.

Рөстәм Хәмитов үҙ Указы менән Президент хакимиәте структураһына етди үҙгәрештәр ин­дерҙе.
Указға ярашлы, БР Президенты ҡарамағындағы Дәүләт конфессия-ара мөнәсәбәттәр буйынса совет, БР Президенты Секретариаты, БР Президентының Эштәр идаралығы, Эске сәйәсәт идаралығы, Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы, Тышҡы һәм төбәк-ара бәйләнештәр идаралығы ойошторолдо.
Шулай уҡ БР Президенты Секретариаты начальнигы һәм төбәк башлығының матбуғат секретары вазифалары индерелде. Граждандарҙың мөрәжәғәттәре менән һөҙөмтәле эшләүҙе ойоштороу, ойошмалар хаттарын кисекмәҫтән ҡарау Граждандарҙың һәм ойошмаларҙың мөрәжәғәттәре менән эшләү буйынса яңы идаралыҡҡа йөкмәтелде. Уның составына БР Президентының йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәләренең эшен ойоштороу буйынса бүлек инде.
Башҡортостандың Йәмәғәт именлеге ведомство-ара советы аппараты структураһында ла үҙгәрештәр булды. Уның составына терроризмға һәм наркотиктарға ҡаршы эшмәкәрлекте көйләү буйынса бүлек, административ органдарҙың эшен анализлау бүлеге һәм коррупцияға ҡаршы сәйәсәтте тормошҡа ашырыу буйынса бүлек инде.
Президент Указы менән айырым структура подразделениелары һәм вазифалар бөтөрөлдө, башҡа ҡайһы бер үҙгәрештәр индерелде.
Читайте нас: