-14 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2010, 20:05

«Система» республика иҡтисадына инвестиция һаласаҡ

Рөстәм Хәмитов «Система» акционерҙар финанс корпорацияһының өлкән вице-президенты Александр Корсик һәм башҡарма вице-президенты Петр Безукладников менән осрашыуы барышында корпорацияның алдағы йылдарҙа Башҡортостан иҡтисадының төрлө тармаҡтарына 100 миллиард һумдан ашыуыраҡ инвестиция индерәсәге хаҡындағы мәсьәләне тикшерҙе. Республика нефть эшкәртеү, энергетика, IT-индустрия һәм башҡа тармаҡтар менән үҙ-ара бәйләнештәр булдырыу яҡлы.Александр Корсик республика башлығын «Башнефть» акционерҙар нефть компанияһының төп эш һөҙөмтәләре менән таныштырҙы.