-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
18 Сентябрь 2010, 19:45

Өс һөйләм менән

Башҡортостанда Федераль дәүләт теркәүе, кадастр һәм картография хеҙмәтенең (Росреестр) https://portal.rosreestr.ru интернет-порталы уңышлы эшләй. Уның аша Дәүләт күсемһеҙ милек кадастры мәғлүмәттәрен һорап мөрәжәғәт итергә, шулай уҡ электрон формала кадастр инженерының электрон-цифрлы ҡултамғаһы ҡуйылған ыҙма планын ҡушып һалып, дәүләт кадастр иҫәбенә ҡуйыу тураһында ғариза бирергә мөмкин. Мәғлү­мәттәр биреү тураһында электрон үтенестәрҙең байтаҡ өлөшө мөрәжәғәт иткән көндө эшкәртелә, ҡал­ғандары – иртәгәһенә, бик һирәк ке­нә запростар килгән көндән алып икенсе йәки өсөнсө көнөнә эшкәртелә.

Федераль миграция хеҙмәтенең БР буйынса идаралығы хеҙмәткәрҙәре тарафынан Шишмә райо­нының Богомоловка ауылында йәшерен рәүештә Үзбәкстан граждандары эшләгән пекарня табылған. Бында көн һайын 300 – 400 ләүәш бешерелеп, Өфө магазиндарына һәм баҙар­ҙарына оҙатылған. Әле рөхсәтһеҙ эшләүселәргә ҡарата административ протоколдар төҙөлөп, енәйәт эше ҡуҙғатыу мәсьәләһе хәл ителә.

Өфө ҡалаһы буйынса Эске эштәр идаралығы ҡарамағындағы милицияның патруль-пост хеҙмәте полкы хеҙмәткәрҙәре эш хаҡына меңәр һум күләмендә өҫтәмә аласаҡ. ҡала советы рәйесе Ирек Ниғмә­туллин хәбәр итеүенсә, эш хаҡын арттырыу патруль-пост хеҙмәтенең аттестацияланған составынан меңгә яҡын кешегә ҡағыласаҡ. Өҫтәмә түләү милиционерҙарға 2011 йылдың 1 ғинуарынан түләнә башлаясаҡ.

1 октябрҙән Өфөлә йәшәүсе йәш ярымдан өс йәшкә тиклемге мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларына йөрөмәгән балаларға өс мең һум күләмендә компенсация түләнә башлаясаҡ. Сара балалар баҡсаһында урын етмәү проблемаһын өлөшләтә хәл итергә һәм тәү сиратта аҙ тәьмин ителгән ғаиләләргә бик яҡшы социаль ярҙам булыр тип көтөлә. ҡала ҡаҙнаһында түләүҙәр­ҙе башҡарыу өсөн средстволар табыл­ған да инде.

19 сентябрҙә баш ҡаланың Ленин исемендәге майҙанында сәғәт 11-ҙә БР буйынса Эске эштәр министрлығының ойошторолоуына 91 йыл тулыуға арналған милиция парады үткәрелә. Колонналар менән махсус тәғәйенләнештәге милиция отряды (ОМОН), патруль-пост хеҙмәте, ведомствонан тыш һаҡ, кинологик үҙәк хеҙмәткәрҙәре, милиционер-кавалеристар үтәсәк. Марш махсус техника һәм автотранспорт үтеүе менән тамамланасаҡ.

Бөгөн баш ҡаланың Спорт һарайы һәм «Алтын» сауҙа комплексы алдындағы майҙандарҙа ауыл хужалығы йәрминкәләре асыла. Уларҙа республиканың ҡулланыу-сылар йәмғиәте предприятиелары һәм ауыл хужалығы тауарҙарын етештереүселәр үҙҙәренең продукцияһын тәҡдим итәсәк. ҡала халҡының ит, һөт продукттары, картуф, йәшелсә, бал, он һәм төрлө ярмалар, кондитер изделиелары һәм башҡаһын һатып алырға мөмкинлеге буласаҡ.
Р. КҮСЕМХАНОВА әҙерләне.