Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2010, 16:41

Рәсми хроника

Учалы районында – яңы хакимиәт башлығы8 сентябрҙә Учалы районы муниципаль район советының ултырышы үтте, унда муниципаль район хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды. Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Учалы районы муниципаль район хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Иҙрисов Азамат Риза улы тәғәйенләнде.

Рәсми хроника
Рәсми хроника
Учалы районында – яңы хакимиәт башлығы

8 сентябрҙә Күмертау ҡалаһы ҡала округы советының ултырышы үтте, унда ҡала округы хакимиәте башлығын тәғәйенләү мәсьәләһе ҡаралды.
Конкурс һөҙөмтәләре буйынса Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы вазифаһына контракт буйынса Беляев Борис Владимирович тәғәйенләнде.
* * *
Борис Беляев 1976 йылда Күмертау ҡалаһында тыуған. Өфө дәүләт авиация техник университетын, Башҡорт дәүләт аграр университетын тамамлаған. 1999 – 2004 йылдарҙа юрист, артабан юридик бүлек начальнигы, «Көйөргәҙе» Ермолаев спирт-араҡы комбинаты директорының иҡтисади хәүефһеҙлек буйынса урынбаҫары булып эшләй. 2004 – 2009 йылдарҙа «Рәсәй почтаһы» федераль дәүләт унитар предприятиеһы филиалы — Башҡортостан Республикаһы Федераль почта элемтәһе идаралығының Күмертау почтамты почта элемтәһе бүлексәһе начальнигы. 2009 йылдан әлеге көнгә тиклем Күмертау ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығының беренсе урынбаҫары, хакимиәт башлығы вазифаһын башҡарыусы булып эшләгән.
Читайте нас: