-21 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
11 Сентябрь 2010, 16:51

АҒИҘЕЛДЕ БЫСРАТҠАН ӨСӨН – ШТРАФ

Былтыр яҙ Өфөнөң 3-сө ТЭЦ-ы ағыҙып сығарған һыуҙа нефть продукттарының күп булыуы асыҡланған. ТЭЦ-тың ташландыҡ һыуы Яңы Өфө нефть эшкәртеү заводы территорияһынан үткән 2,45 км оҙонлоғондағы торба аша Ағиҙел йылғаһына ағыҙылған. ТЭЦ етәкселеге һыуға нефть продукты эләгеүендә үҙҙәренең ғәйебе булмауы тураһында белдергән.

Тәбиғәтте һаҡлау буйынса прокуратура хеҙмәткәрҙәре, коллекторҙы тикшереп, торбаға зыянлы матдәләрҙең башҡа предприятиеларҙан эләкмәүен, ә ТЭЦ-та коллектор­ҙың торошо тейешенсә контролдә тотолмауын асыҡлаған.
«Росприроднадзор»ҙың БР буйынса идаралығы тәбиғәткә килтерелгән зыяндың күләмен иҫәпләп сығар­ған – ул 2 миллион 730 мең һум тәшкил итә. Ошо уҡ ведомство, прокуратура тирә-яҡ мөхитте һаҡлау мәсьәләләре буйынса дәғүә белдерә алмай, тип, Арбитраж судҡа мөрәжәғәт иткән. Һөҙөмтәлә йыл ярымға һуҙылған был эш тамамланды, һәм суд ҡарары менән 3-сө ТЭЦ тәбиғәткә килтергән зыяны өсөн өс миллион һум тирәһе аҡса түләйәсәк. Аҡса республика бюджетын тулыландырасаҡ.

Т. АМАНОВ.