-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2010, 16:14

Президент благоварҙа булды

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Благовар районына эш сәфәре барышында Уҙыбаш ауылы янында барған урман ҡырҡыусылар конкурсын ҡарағанда янғын һүндереү техникаһының резерв фондын ойошторорға тәҡдим итте.

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Благовар районына эш сәфәре барышында Уҙыбаш ауылы янында барған урман ҡырҡыусылар конкурсын ҡарағанда янғын һүндереү техникаһының резерв фондын ойошторорға тәҡдим итте.
Традицион конкурс профессиональ һәм хәүефһеҙ хеҙмәт алымдарын эҙләп табыу, шулай уҡ алдынғы тәжрибә менән уртаҡлашыу, квалификация һәм эшселәрҙең оҫталығын күтәреү, урман ҡырҡыусы һөнәренең абруйын арттырыу һәм уларҙың иң яҡшыларын асыҡлау маҡсатында үткәрелә. Быйыл унда БР Урман хужалығы министрлығы ҡарамағындағы һигеҙ предприятие хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Профессиональ урман ҡырҡыусылар конкурсы хәүефһеҙлек, етештереүсәнлек һәм эш сифатын иҫәптә тотоп үткәрелгән ағас ҡырҡыусыларҙың оҫталығына үҙенә күрә аттестация ла булып тора.
Президент урман ҡырҡыусыларҙың техника өлгөләре һәм ҡорамалдары менән танышып, уларҙы эш барышында һынап ҡараны.
***
Республика башлығы БР Ауыл хужалығы министрлығына Благовар районындағы һыу ҡоштарын һуйыу һәм итен эшкәртеү буйынса цехтың төҙөлөшөн тамамлау өсөн инвесторҙар табырға ҡушты. Туңдырылған һәм һыуытылған ҡош ите, шулай уҡ әҙер продукттар – ҡыҙҙырылған һәм ыҫланған ҡаҙ, өйрәк ите предприятиеның төп продукцияһы буласаҡ. Бында йылына 4400 тонна ит продукцияһы, 1000 тонна субпродукт һәм 110 тонна мамыҡ-ҡаурый сығарыласаҡ.
***
Благовар районында теплицалар өсөн металл конструкциялар етештергән предприятиеға ярҙам итергә кәрәк, тип белдерҙе Рөстәм Хәмитов, «Теплица» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтендә предприятие эшселәре менән аралашҡанда. Бында 94 кеше продукция етештереү һәм һатыу менән шөғөлләнә. Бер йылда предприятие – 86,6 миллион, ағымдағы йыл башында 48,8 миллион һумлыҡ тауар етештереп һатҡан. Предприятие хеҙмәткәрҙәренең уртаса эш хаҡы 12,5 мең һум тәшкил итә.
***
Республика етәксеһе «Благовар» тоҡомло ҡошсолоҡ заводында ҙур агросәнәғәт комплексы ойошторорға тәҡдим итте. Предприятиела өйрәк, ҡаҙ себештәре үрсетелә. Уның продукцияһы республиканан ситтә лә һатыла. Ул шулай уҡ ҡошсолоҡ буйынса Рәсәй Федерацияһы ғилми-тикшеренеү институты ҡарамағында һыу ҡоштарын үрсетеү һәм һаҡлау буйынса селекция үҙәге лә булып тора. Бында 1700 баш эре мал да аҫрала.
Рөстәм Хәмитов предприятие етәкселеге менән әңгәмә барышында элеватор төҙөргә тәҡдим итте, ул предприятиеға эшмәкәрлек өлкәһен киңәйтергә һәм яңы эш урындары булдырыу мөмкинлеге бирәсәк.
***
Президент республиканың Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығына «Белая река» нәшриәтенең Благовар ауылындағы нәшер итеү цехының яҙмышын хәл итергә ҡушты. 2008 йылда нигеҙләнгән цех Германияла етештерелгән заманса ҡорамалдар менән йыһазландырылған һәм заманса полиграфия продукцияһы сығара. Әммә был дәүләт унитар предприятиеһы дәүләт заказдары булмауынан яфалана һәм шәхси заказдарҙы үтәү иҫәбенә көн күрергә мәжбүр.

«Башинформ».