Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
7 Сентябрь 2010, 16:30

Өфөлә «Йәштәргә – эш!» акцияһы үтә

Бөгөн Өфөлә «Йәштәргә – эш!» XX республика йәштәр акцияһы старт ала. Ул Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 14 – 17 сәғәттә үтә. Уны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы, Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге ойоштора. Акцияла предприятиелар, учреждениелар һәм төрлө милектәге ойошмалар ҡатнаша.

Бөгөн Өфөлә «Йәштәргә – эш!» XX республика йәштәр акцияһы старт ала. Ул Нефтселәр мәҙәниәт һарайында 14 – 17 сәғәттә үтә.
Уны БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, БР Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығы ҡарамағындағы Халыҡты эш менән тәьмин итеү дәүләт хеҙмәте идаралығы, «Башҡортостан» телерадиокомпанияһы» дәүләт унитар предприятиеһы, Республика йәштәрҙе эш менән тәьмин итеүгә булышлыҡ итеү үҙәге, Республика йәштәр мәғлүмәт үҙәге ойоштора. Акцияла предприятиелар, учреждениелар һәм төрлө милектәге ойошмалар ҡатнаша.
Эш табыуҙан тыш, йәштәр эшкә урынлашыу менән бәйле профориентация ярҙамы һәм юрист консультациялары аласаҡ. «Йәштәргә – эш!» акцияһына республиканың барлыҡ ҡалалары һәм райондары ҡушыласаҡ.
Читайте нас в