-10 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2010, 19:59

Йәштәр менән эшләй беләләр

Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов йәштәргә хәрби-патриотик тәрбиә биреү һәм уларҙы хәрби хеҙмәткә әҙерләү буйынса әүҙем эш алып барыу­ҙары, шулай уҡ 2009 йылда Рәсәй Федерацияһында хәрби иҫәпте иң яҡшы ойоштороу буйынса смотр-конкурстағы юғары күрһәткестәре өсөн республиканың бер нисә муниципаль берәмеге етәкселәренә рәхмәтен белдерҙе.

Улар иҫәбенә Стәрлетамаҡ ҡалаһы ҡала округы хакимиәте башлығы Вәхит Әбдрәхимов, ҡырмыҫҡалы райо­ны муниципаль район хакимиәте башлығы Ирек Сафин, Стәрлетамаҡ районы муниципаль район хакимиәте башлығы Хәйҙәр Шаһиев, Өфө ҡалаһы ҡала округының Совет районы хакимиәте башлығы Салауат Бәхтейәров, Өфө ҡалаһы ҡала округының Октябрь районы хакимиәте башлығы Владимир Дмитрюк, Архангел районы муниципаль районының Арх-Латыш ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Илдус Әбсәләмов, Мәләүез районы муниципаль районының Нөгөш ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Ғәйнулла Дәминов, Белорет районы муниципаль районының Ломовка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Сергей Федоров, Стәрлетамаҡ райо­ны муниципаль районының Казадаевка ауыл советы ауыл биләмәһе хакимиәте башлығы Светлана Чугунова инә.
Рәсәй Федерацияһының оборона министры Анатолий Сердюков бойороғо менән Республика хәрби комиссариатының бүлек начальнигы урынбаҫары А. Бикмәтов Почет грамотаһы менән бүләкләнде, БР хәрби комиссариатының Стәрлетамаҡ ҡалаһы һәм Стәрлетамаҡ районы буйынса бүлексәһе начальнигы ярҙамсыһы Е. Григорьеваға, Белорет ҡалаһы һәм Белорет менән Бөрйән райондары буйынса бүлексәнең начальник ярҙамсыһы Н. Домнинаға, ҡырмыҫҡалы һәм Архангел райондары буйынса бүлексәнең начальник ярҙамсыһы Д. Йәрмөхәмәтоваға рәхмәт белдерелгән.

БР Президентының
матбуғат хеҙмәте.