Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2010, 20:13

Йәш эҙәрмәндәргә ярҙам буласаҡ

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Һуҡмаҡ» хәрби-патриотик клубында урынлашҡан Эҙәрмәндәр отрядтары республика йәмәғәтселек фонды вәкилдәре менән осрашты һәм, йәш эҙәрмәндәр менән аралашып, уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды. Фонд советы рәйесе Илдар Бикбаев эҙәрмәндәрҙең ниндәй уңыштар­ға өлгәшеүе, халыҡ менән бәйләнеше тураһында һөйләп, эште киң масштабта алып барырға финанс ҡытлығы ҡамасаулауын әйткәс, Президент был мәсьәләне хәл итәсәктәре тураһында белдерҙе.

БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөнөң «Һуҡмаҡ» хәрби-патриотик клубында урынлашҡан Эҙәрмәндәр отрядтары республика йәмәғәтселек фонды вәкилдәре менән осрашты һәм, йәш эҙәрмәндәр менән аралашып, уларҙың эшмәкәрлеге менән ҡыҙыҡһынды.
Фонд советы рәйесе Илдар Бикбаев эҙәрмәндәрҙең ниндәй уңыштар­ға өлгәшеүе, халыҡ менән бәйләнеше тураһында һөйләп, эште киң масштабта алып барырға финанс ҡытлығы ҡамасаулауын әйткәс, Президент был мәсьәләне хәл итәсәктәре тураһында белдерҙе.
Читайте нас: