Был аҙнала беҙҙе...
...һоҡландырҙы Мишкә районының Байтур ауылында 57 йәшлек ҡатын янғындан күршеләренең малайын ҡотҡара. Йорт тәҙрәләренән төтөн күтәрелеүен күргән ҡатын, күп уйлап тормай, йорттоң эсенә ынтыла. Унда дүрт йәшлек малайҙы табып ала. Баланың иҫән-һау икәнен күргәс, тиҙерәк урамға алып сыға. Шул ваҡытта башҡа ауылдаштары янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Улар утҡа таралырға юл ҡуймай. Үкенескә күрә, малайҙың әсәһен ҡотҡарып өлгөрмәйҙәр.