Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2010, 22:42

Биш сәғәттә 59,8 литр ҡан биргәндәр

31 августа Өфөлә Ленин исемендәге майҙанда иртәнге сәғәт 10-дан көндөҙгө 2-гә тиклем «Донор көнө» акцияһы уҙғарылды. Республика ҡан ҡойоу станцияһы хеҙмәткәр­ҙәре ҡанды мобиль станцияла – трейлерҙа ҡабул итте. Донорҙар акцияһына барлығы 143 кеше ирекле рәүештә ҡушылды. Сәләмәтлеге буйынса 131 кеше ҡан бирергә яраҡлы тип табылды. Медицина хеҙмәткәрҙәре лә был мөһим саранан ситтә ҡалманы – акцияла ҡатнашҡан 89 медиктың 79-ы донорға әйләнде.

Читайте нас: