-10 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
4 Сентябрь 2010, 23:06

Ҡалабыҙҙа хаталарға урын юҡ

Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәтендә «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законды тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияның Терминологик төркөмөнөң ултырышында предприятиелар этикеткаларының биҙәлеше ҡаралды. Ошонда уҡ «НУМИК» ит комбинатының этикеткаларында та­былған мәғәнәһеҙ хаталар ҙа тикшерелде.

Ошо көндәрҙә ҡала хакимиәтендә «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законды тормошҡа ашырыу буйынса Комиссияның Терминологик төркөмөнөң ултырышында предприятиелар этикеткаларының биҙәлеше ҡаралды. Ошонда уҡ «НУМИК» ит комбинатының этикеткаларында та­былған мәғәнәһеҙ хаталар ҙа тикшерелде.
ҡала һәм район комиссиялары, Терминологик төркөм көндәлек эш алып барыуға ҡарамаҫтан, алтаҡталарҙа, реклама күрһәткестәрендә һәм башҡа визуаль мәғлүмәттә орфографик, грамматик һәм стилистик хаталар осрап тора. Тәржемә буйынса бигерәк тә «Башҡорт лингвистика үҙәге» йыш хаталар ебәрә. «НУМИК» ит комбинатының этикеткаларын да ошо хеҙмәт белгестәре тәржемә иткән. Әлеге ваҡытта предприятие яңы этикеткаға заказ бирҙе, ә етештерелгән продукция этикеткаларының ҡалғанына Терминологик төркөм белгестәре экспертиза үткәрәсәк.
Баш ҡаланың Терминологик төркөмө предприятие, ойошма етәкселәренә тәржемәләр буйынса Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына, «Оператив тәржемә», «Башҡортостан» гәзитенең тәржемә үҙәктәренә мөрәжәғәт итергә тәҡдим итә. Шулай уҡ бөтә тәржемәләр ҙә ҡала Терминологик төркөмөндә ҡаралырға тейеш. Төркөмдөң ҡабул итеү көндәре: аҙна һайын шишәмбе һәм йома көндәрендә сәғәт 11.30-ҙан 12.30-ға тиклем.
Ултырышта «Башҡортостан Республикаһы халыҡтары телдәре тураһында» Законды тормошҡа ашырыу буйынса район комиссияларына, район терминология төркөмдәренә Өфөлә етештерелгән продукцияларҙың этикеткаларын тикшерергә, ойошмаларға методик ярҙам күрһәтергә ҡушылды. Терминологик төркөмдөң киләһе ултырышына дәүләт телдәрендә тәржемә иткән бөтә ойошмалар саҡырыласаҡ.

Ришат САБИТОВ,
Өфө ҡалаһы ҡала округы хакимиәтенең гуманитар мәсьәләләр бүлеге начальнигы, Терминологик төркөм етәксеһе.