-8 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
31 Август 2010, 16:42

Картуф һәм йәшелсәне ситтән аласаҡбыҙ

Быйыл республикала иген генә түгел, картуф менән йәшелсә лә уңманы. Хатта һуғарылған участкаларҙа ла «икенсе икмәк»тең уңышы былтырғынан кәмендә бер ярым тапҡырға түбәнерәк булды.Хөкүмәт муниципаль властарға үҙ бюджет учреждениеларын һәм халыҡты картуф һәм йәшелсә менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән үҙ аллы шөғөлләнергә ҡушты.

Быйыл республикала иген генә түгел, картуф менән йәшелсә лә уңманы. Хатта һуғарылған участкаларҙа ла «икенсе икмәк»тең уңышы былтырғынан кәмендә бер ярым тапҡырға түбәнерәк булды.
Хөкүмәт муниципаль властарға үҙ бюджет учреждениеларын һәм халыҡты картуф һәм йәшелсә менән тәьмин итеү мәсьәләһе менән үҙ аллы шөғөлләнергә ҡушты.
БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Шамил Вахитов әйтеүенсә, һәр ҡала һәм район хакимиәте мәсьәләләрҙе үҙе хәл итергә тейеш. Башҡортостан ҡулланыусылар йәмғиәте менән Сауҙа һәм ҡулланыусыларҙың хоҡуҡтарын яҡлау буйынса дәүләт комитеты ла ситтә ҡалмаясаҡ: 1 сентябргә тиклем улар республика Хөкүмәтенә картуфты ҡайҙан һәм күпме күләмдә һатып аласағы һәм һатасағы тураһында хәбәр итәсәк. Картуфты Алтайҙан, Әстерхан өлкәһенән, Томск, Омск, Новосибирск, Красноярск яҡтарынан килтерергә мөмкин, тигән тәҡдим яңғыраны. Белоруссия ла картуф һатырға әҙер.