Үҙебеҙҙә күн фабрикаһы буласаҡ
Октябрьский ҡалаһында ҙур күн эшкәртеү фабрикаһы төҙөү планлаштырыла. Был турала Сибайҙа Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Көньяҡ Урал райондары башлыҡтары менән үткәргән кәңәшмә ваҡытында БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Юрий Пустовгаров хәбәр итте.– Көньяҡ Урал төбәген буласаҡ производство өсөн терәк нөктәһе итеп ҡарайбыҙ, – тине Юрий Пустовгаров. – Бында сеймал йыйыуҙы һәм уны тәүге эшкәртеүҙе ойоштороп булыр ине. Завод ике-өс йылдан һуң төҙөләсәк, ләкин әҙерлек эштәрен бөгөн үк башларға кәрәк.