Үҙебеҙҙә етештереләсәк
Сит илдән ҡайтарылған ҡиммәтле ауыл хужалығы техникаһына запас частарҙы урындағы предприятиеларҙа етештереү һәм туҙған деталдәрҙе тергеҙеү сығымдарҙы ярайһы уҡ кәметеү мөмкинлеге бирә. Башҡортостан 700-ҙән ашыу деталде сит илдән һатып алмаҫҡа булды.Әлеге ваҡытта сит илдә етештерелгән иген урыу комбайндарының һәм үҙйөрөшлө сапҡыстарҙың двигателдәрендә үҙебеҙҙә етештерелгән мотор майын файҙаланыу буйынса һынауҙар алып барыла.«Башинформ».