Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2010, 22:01

Хәлде еңеләйтәсәк

Республика федераль бюджет иҫәбенә ауыл хужалығына ярҙам күләмен арттырыуға дәғүә итә ала. Быға тиклем алынған 3 миллиард һумдан ашыуыраҡ кредит ҡоролоҡ эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса сараларҙы үтәү менән бәйле республика бюджеты дефицитын ҡаплау, Рәсәй Ауыл хужалығы министрлығы менән килешелгән сараларҙы атҡарыу өсөн тәғәйенләнә. Заем средстволарын 2012 йылдың 1 октябренә тиклем кире ҡайтарырға кәрәк. Кредит менән файҙаланған өсөн 1,9375 процент күләмендә йыллыҡ түләү алына. Аҡса иген, орлоҡ, мал аҙығы запас­тары, он тартыу һәм икмәк бешереү предприятиелары өсөн тотороҡло сеймал базаһы булдырыуға, аҙыҡ-түлек именлеген тәьмин итеүгә, ауыл хужалығы продукцияһы етештереүселәрен дәүләт яҡлауына йүнәлтеләсәк. Был мөмкинлектәргә заемсылар, йәғни ауыл хужалығы етештереүселәре юғары яуаплылыҡ, финанс һәм түләү дисциплинаһы менән яуап ҡайтарырға тейеш.

Читайте нас: