Бөтә яңылыҡтар
Йәмғиәт
28 Август 2010, 22:06

«Баш бала»ла ҡунаҡта

«Бөтәгеҙгә лә ҙур сәләм! Әле генә Сибайҙан ҡайтып торам. Самолетта остоҡ – тиҙ, уңайлы! Ямғырға эләктек. Баймаҡ ере беҙҙе яҙ йәшеллеге менән ҡаршы алды: ямғырҙан һуң тәбиғәт йәнләнде, бар тереклек үҫә башланы. Хатта ҡылған да. Тимәк, имен ҡышларға өмөт бар. Картуф та үҫә, бесән дә икенсе сабыуға өлгөрөп килә. Быларын төп мәсьәләгә тиҙерәк етешер өсөн яҙам. Ә төп мәсьәлә – түбәндәгесә. Урал аръяғы тәбиғи торошо менән бай төбәк – сабынлыҡтар, урман, ер аҫты ҡаҙылмалары, иген. Әммә, йомшаҡ итеп әйткәндә, бай йәшәмәйҙәр был тарафтарҙа. Эйе, биш йылдың икеһе мотлаҡ ҡоролоҡло килә бында, тик барыбер халыҡтың етеш йәшәүен күрге килә.

«Баш бала»ла ҡунаҡта
«Баш бала»ла ҡунаҡта
«Бөтәгеҙгә лә ҙур сәләм! Әле генә Сибайҙан ҡайтып торам. Самолетта остоҡ – тиҙ, уңайлы! Ямғырға эләктек.
Баймаҡ ере беҙҙе яҙ йәшеллеге менән ҡаршы алды: ямғырҙан һуң тәбиғәт йәнләнде, бар тереклек үҫә башланы. Хатта ҡылған да. Тимәк, имен ҡышларға өмөт бар. Картуф та үҫә, бесән дә икенсе сабыуға өлгөрөп килә. Быларын төп мәсьәләгә тиҙерәк етешер өсөн яҙам. Ә төп мәсьәлә – түбәндәгесә. Урал аръяғы тәбиғи торошо менән бай төбәк – сабынлыҡтар, урман, ер аҫты ҡаҙылмалары, иген. Әммә, йомшаҡ итеп әйткәндә, бай йәшәмәйҙәр был тарафтарҙа. Эйе, биш йылдың икеһе мотлаҡ ҡоролоҡло килә бында, тик барыбер халыҡтың етеш йәшәүен күрге килә. Эш хаҡтары түбән, кешеләр эш юҡлыҡҡа зарлана. Күптәр вахта менән йөрөп Себерҙә эшләй, башҡорттарға ғәҙәти булырға тейешле ҡаҙыны күпләп етештереү юҡҡа сыҡҡан. Инвесторҙар, башлыса, Ырымбурҙан йә Магнитогорскиҙан, урындағыларҙан бик аҙ. Эсәр һыу һәм электр уты менән проблема күп. Ҙур ауылдарҙың яңы төҙөлгән өлөштәре цивилизацияһыҙ – һыуһыҙ, газһыҙ, электрһыҙ көн күрә. Балалар баҡсаһына ҡытлыҡ ҙур. Тормош, әлбиттә, үҙ яйы менән бара, әммә темптары бер ҙә генә ҡәнәғәтләндерерлек түгел.
Ҙур кәңәшмә йыйҙым. Төп проблемаларҙы – урында ауыл хужалығы продукцияһын һәм ағас эшкәртеүҙе тикшерҙек. Ит тә, һөт тә, ағас та бар, тик уларҙы сеймал рәүешендә күршеләргә оҙатабыҙ ғына. Урында эшкәртеү юҡ. Ситкә китеп, үҙ эштәрен йәйелдергән кешеләрҙән, ниңә киттегеҙ, тип һорайым. Климат оҡшамай, тиҙәр. Эшҡыуарлыҡ климатын күҙ уңында тота улар. Тимәк, эшҡыуарҙарға ярҙам кәрәк бында. Өфө, Стәрлетамаҡ һәм Салауат ҡына республиканы туйындыра алмай, райондар үҙҙәре лә аҡса эшләргә өйрәнергә тейеш. Дөйөм алғанда, һөйләшеү ҡыҙыҡ, мәғәнәле килеп сыҡты. Йыйылыусылар, бындай эшлекле һөйләшеү алыҫ 1993 йылда булды һуңғы тапҡыр, тине. Ярай, эшләргә кәрәк, эшләрбеҙ».
Үрҙә яҙылғандар – республика Президенты Рөстәм Зәки улы Хәмитовтың 26 августа Баймаҡ районы һәм Сибай ҡалаһына эш сәфәренән тәьҫораттары. Интер­нет менән дуҫ булмағандар, беҙҙең гәзит биттәре аша Башҡортостан Президентының фекерҙәрен үҙҙәре уҡып таныш­һын өсөн, уларҙы һүҙмә-һүҙ бирергә булдым.
Урал аръяғы халҡы түҙемһеҙлек менән көткән ваҡиға, ниһайәт, тормошҡа ашты – Баймаҡ районына һәм ҡалаһына эш сәфәре менән республика башлығы Рөстәм Хәмитов килде. Вазифаны ҡабул итеүенә ай ярымдан ашыу ваҡыт үтеп тә киткән икән, баҡтиһәң...
Башҡалар, беҙҙә тормош хөрт, тип иламһырағанда ла, өндәшмәй, тауыш сығармай түҙергә өйрәнгән халыҡ йәшәй Көньяҡ Урал райондарында. Элегерәк, берәй производство һорауы менән обком­ға барһаң, яңы Зәки Вәлидов сығыуына юл ҡуймаясаҡмын, тип ҡайтара торғайны беҙҙе М. Шакиров, тип иҫләй ул замандар­ҙағы партия функционерҙары. Булғанмы, булмағанмы бындай һүҙҙәр, уныһы миңә ҡараңғы, әммә Баймаҡ, Хәйбулла, Бөрйән, Йылайыр райондарының үгәйһетелә килеүенә ышаныр өсөн, ауылдарҙа юл торошон, газ менән тәьмин ителеү кимәленә күҙ һалыу ҙа етә. Әле һуңғы ваҡытта райондарҙа хәл яҡшыға үҙгәргәндәй булһа ла, һаман да ир-аттың күпселеге аҡса эшләр өсөн Себер тарафтарына вахта менән йөрөп, ике өй араһында ярты ғүмерен уҙғара. 2008 йылғы донъя финанс-иҡтисади көрсөгө лә Сибай һәм Баймаҡ кеүек бер сәнәғәт предприятиеһына ҡарап торған моноҡалаларҙың ни тиклем ышаныс­һыҙ көн иткәнен асып һалды. Шуғалырмы, яңы Президенттың был райондарға мөнәсәбәтен, ҡарашын белергә теләүселәр бихисап булды.
ҡарашҡа килгәндә, Сибай ҡала гәзиттәрендә июль аҙағында уҡ БДУ-ның Сибай институты ректоры З. Йәрмөхәмәтовтың интервьюһы баҫылып сыҡҡайны. «Рөстәм Хәмитов беҙҙең институтҡа Урал аръяғы райондарының социаль-иҡтисади торошона күҙәтеү яһап, ошо хаҡта төплө белешмә әҙерләргә ҡушты», – тигәйне Зиннур Ғөбәйҙулла улы. Үҙенең интернеттағы блогында ла, ауылға ярҙам ныҡлы буласаҡ, тип бер нисә тапҡыр ҡабатлағайны Президент. Бына, ниһайәт, һүҙе артынан үҙе лә килеп етте Рөстәм Зәки улы беҙҙең тарафтар­ға.
Сибай аэропортынан башланды республика башлығының эш сәфәре. Оҙайлы ваҡыт ябылып тороп, яңынан сафҡа индерелгән объект менән танышҡас, Президент кортежы ҡалаға юлланды.
ҡаланың үҙәк дауаханаһы, сафҡа индерелһә лә, электр селтәре, елләтеү системалары, лифттар менән тулыһынса тәьмин ителмәгән, сәбәбе – финанс етешмәүҙә. Сентябрҙә, һис юғында, октябр­ҙә атап әйтелгән эштәр тамамланып, операциялар блогы сафҡа индерелергә, иҫке дауаханалағы бүлектәр тулыһынса яңы корпусҡа күсеп бөтөргә тейеш, тине Фидус Ямалетдинов үҙенең телмәрендә.
Сибай институты Президентҡа һәм уның менән бергә килеүселәргә оҡшаны, буғай. Һәр хәлдә, Юрий Пустовгаров үҙенең һоҡланыуын йәшермәне.
Сибай ит комбинатына ла һуғылды Рөстәм Хәмитов. Ваҡытында, СССР кимәлендә стратегик ит һаҡлағыс функцияларын үтәүҙе күҙ уңында тотоп төҙөлгән ит эшкәртеү предприятиеһы бөгөн конкурс идаралығы процедураһына дусар. Йыл аҙағында был процедура тамамланғас, ит комбинатының бөгөнгө хужалары, банкыларҙан кредит юллап, модернизациялауға тотонмаҡсы. Төбәк ауыл хужалығы менән шөғөлләнеп көн итһә лә, бында ни бары етмешләп кенә эшкәртеү предприятиеһы барлығын билдәләп ҡуйҙы Шамил Вахитов. Тимәк, шуларҙың араһында иң эреһе булған ит комбинатының тотороҡло эшләүе – көнүҙәк мәсьәлә.
Сибайҙа ошо көндәрҙә Президенттың йәмәғәт ҡабул итеү бүлмәһе эшләй башланы. Берен­селәрҙән булып сиратҡа торғандарға үҙҙәрен борсоған проблемаларҙы Рөстәм Зәки улы Хәмитовҡа шәхсән еткереү форсаты тейҙе. Сәлимә Йәне­кәйеваны йортоноң «ҡамаған» карьеры тарафынан «йотолоп» килеүе борсоһа, Азат Бураншин Сибай аэроклубының юҡҡа сығыуына бошондо. Шулай уҡ Сибайҙың «Арҡайым» ҡасабаһы рәйесе Р. Иванова ла үҙҙәренең проблемаларын еткерҙе – мәктәптең һәм балалар баҡсаһының юҡлығы, малдарына көтөүлектәр етмәүе тормоштарын ауырайта.
Шулай итеп, сибайҙар Рөстәм Зәки улын үҙҙәренең проблемаларына төшөнөүенә өмөтләнеп оҙатып ҡалды. Сиратта – Баймаҡ районы.
ҡуянтау ауылында Президент иҫке мәктәптәге хәл-торош менән танышты. Яңыһына саҡ нигеҙ һалынған, ә яңы уҡыу йылы – бына ул, алдыбыҙҙа. Тағы ла Президенттың интернет-көндәлегендәге: «Ауылға төплө ярҙам буласаҡ!» – тигән һүҙҙәре иҫкә төштө.
Темәс ауылы. Беҙгә генә ауыл, темәстәр иһә бер ваҡытта ла үҙҙәренең тарихын онотмай, был хаҡта ауылға ингәндә ҡуйылған юл күрһәткесе дәлил булып тора. Темәс – Башҡортостандың беренсе баш ҡалаһы, тип яҙылған унда.
Йәй башында, районда ауыл халҡының һөттө ҡайҙа тапшырыуы хаҡында мәҡәлә яҙырға йыйынып, бер нисә ауылға барғайным. ҡоролоҡ мәлендә нисек һөт тапшырып аҡса эшләү түгел, ә малды нисек ҡышлатырға икән, тигән проблема мөһимерәк булғас, тыйылғайным. Проблема иһә һаман да көнүҙәк, етди. Сөнки барыһы ла шул һыйыр ағына таянып көн итә. Был – һөттө һатырға ҡала яҡын булған, йә һөт ҡабул итеү пункттары булған саҡта. Булмаһа?
Темәстәргә һөттө тапшырыр урын бар – был эште Айбулат ағай Байраҡаев яйға һалған. Тик, уға ла, алдағы көнгә ышаныс менән ҡарар, пландар төҙөр өсөн, һөттө һыуытыу ҡорамалдарына аҡса сарыф итер өсөн, һөт ҡабул итеү биналарын үҙ милке итеп рәсмиләштереү кәрәк. ҡуртымға алынған бина – һауалағы торна кеүек бит ул – бар ҙа, шул уҡ ваҡытта юҡ та. Был проблема бер Айбулат Байраҡаевта түгел – күптәр эшҡыуарлыҡ объекттарын шәхси милеккә күсереү хаҡында хыяллана. Урындағы халыҡ хыялланғансы, ситтәр килеп, эштәрен атҡарып та ҡуя торған, үкенескә күрә...
Темәс музейында Зәки Вәлидиҙең 120 йыллығына бәйле тантаналарға әҙерлек сиктәрендә реконструкция бара. Яҙын унда барып, бошоноп ҡайтҡайным: ингән урында, ишек өҫтөндәге ҡыйыҡҡа даими рәүештә ямғыр үтеү сәбәпле, бетон йыуылып төшкән, конструкция ҡаҡшаған. Бинаның мөйөштәрендә таштар, кирбес һурылып төшөп тора. Тәҙрәләргә тимер рәшәткәләр ҡатып ҡуйылған – янғын хәүефһеҙлеге нормалары тупаҫ боҙолған. Шул уҡ ваҡытта, музей етәкселеге, реконструкция эштәре өсөн төҙөлгән сметаға тейешле аҡса бүленмәне, тип ҡайғырыша. Тимәк, әҙ-мәҙ аҡсаға косметик ремонт эшләп ҡаршылаясаҡ Вәлиди көндәрен Темәс музейы...
Музейҙағы диарамалар – айырым бер тема. Бына батша һалдаты, ажар ҡысҡырып, штыклы мылтығын арҡыры тотоп, һөжүмгә йүгерә. Уға ҡаршы тороусылар кем? ҡулдарына ике йәпле ағас һәнәк тотоп, оялсан ғына сәрелдәп тауыш биргән, алам-һалам кейгән ике меҫкен. Ошондай меҫкендәр нисек итеп батша тәхетен дер һелкетә алған икән, тигән уй башына инеп сыҡтымы икән был һындарҙы әүәләүсе оҫтаның?! Әллә мыҫҡыл итеүе шул булдымы? Ошо реконструкция, ошо датанан файҙаланып, был меҫкендәр урынына ажар, сәмле, ғәйрәтле – ысын башҡорт бәһлеүәндәренең һындарын ҡуйыу хаҡында уйлағаны бармы икән Башҡортостан Милли музейы етәкселегенең? Президент менән осрашҡанда, Темәс музейы урынлашҡан бинаның башҡорт халҡы өсөн ни тиклем мөһим мәғәнәгә эйә булыуын, изге булыуын әйтеп, «Темәс музейы Башҡортостандағы иң яҡшы музей булырға тейеш», – тигәненән, Башҡортостан Милли музейының генераль директоры Ғәли Вәлиуллин үрҙә атап кителгән етешһеҙлектәрҙе бөтөрөүҙе хәстәрләр тип ышанғы килә.
«Хәҙер барыһы ла урман ресурстарын һаҡсыл файҙаланыу, түбән сортлы, ҡарт ағастарҙы эшкәртеү зарурлығы хаҡында һөйләй. Беҙ иһә был эш менән тиҫтә йылға яҡын шөғөлләнәбеҙ инде, – тигәйне бер осрашҡаныбыҙҙа «Һаҡмар» урман сәнәғәте хужалығы» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте директоры Борис Макаров. – Шуға күрә, Рөстәм Хәмитов беҙҙең предприятиены модернизациялау­ҙа матди ярҙам күрһәтеү хаҡында уйламаҫмы икән?»
Был һорауҙы Президентҡа шәхсән бирергә форсат тейҙе Макаровҡа – сәфәр барышында Рөстәм Зәки улы Темәс леспромхозындағы эштәр торошо менән танышты.
Баймаҡ районы, уның халҡы менән танышҡандан һуң, Рөстәм Зәки улы Хәмитов һәм Көньяҡ Урал райондарының хакимиәт башлыҡтары, Хөкүмәт министрҙары ҡабат Сибайға кәңәшмәгә юлланды.
«Рөстәм Хәмит улы, бына һеҙ Урал аръяғы райондарының көнитмешен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ, ысынбарлыҡты аңланығыҙ. Юҡһа күптәр, элекке республика етәкселеге Урал аръяғы райондарын ғына айырып ҡарай, тигән фекерҙә ине...»
Президенттың интернеттағы блогында ошондай комментарийға иғтибар иттем. Ысынлап та, сер түгел – күптәр беҙҙең төбәк хаҡында төптө яңылыш фекерҙә ине шул. Йәнәһе, саф башҡорт райондары байлыҡтан шаша, кинйә балалай һый-хөрмәттә үҫә... Асылда, был төбәк райондары, нимә күрһә лә, түҙеп, шулай булырға тейеш икән, тип, үҙенән ары китмәгән ата-әсәһенә һүҙ тейҙермәй үҫә торған «баш бала» булған икән, баҡтиһәң.
И. ҡАНСУРИН.
Читайте нас: