БР Президенты Рөстәм Хәмитов Өфөләге мөһим сәнәғәт объекттарының төҙөлөш һәм реконструкциялау барышы менән танышып сыҡты.
Ул баш ҡаланың Черниковка микрорайонындағы ҡала канализацияһын таҙартыусы ҡоролмаларҙың өсөнсө сиратын төҙөү урынында булды. Был төҙөлөш 1995 – 1996 йылдарҙа уҡ башланған һәм финанс ҡытлығы арҡаһында туҡталып ҡалған булған. Әле объектты финанслау күләме 1,5 миллиард һум тәшкил итә. Уның 100 миллион һумдан ашыуы Рәсәй инвестиция фондынан килһә, яҡынса 400 миллион һумын республика бюджеты бүлгән, ә 85 миллион һум ҡала ҡаҙнаһынан йүнәлтелгән.
Әле төҙөлөш эштәренең күпселек өлөшө тамамланған булһа ла, тотҡарлыҡтар бар. Төҙөүселәрҙең бының сәбәбен аңлатырға маташыуы Президентҡа оҡшаманы.
– Һеҙ тендерҙа ҡатнашып, контракт төҙөгәнһегеҙ. График буйынса объектты декабрҙә тапшырырға тейешһегеҙ. Аҡса бар, эш фронты билдәләнгән. Һәм төҙөлөштө ваҡытында тамамларға бурыслыһығыҙ!
Республика башлығы был мәсьәләне контролдә тотасағы һәм биш айҙан бында тағы ла киләсәге хаҡында белдерҙе.
Эксперттарҙың мәғлүмәттәре буйынса, объект файҙаланыуға тапшырылһа, таҙартылған һыуҙың сифаты күпкә яҡшырасаҡ һәм Ағиҙел йылғаһын бысратыусы матдәләрҙең миҡдары йылына 15 – 20 тоннаға кәмейәсәк.
Рөстәм Хәмитов Өфө тимер юл вокзалының ниндәй хәлдә булыуын да ҡараны. Ул шулай уҡ баш ҡаланың Ленин һәм Совет райондары биләмәһендәге автоюл магистралдәрен төҙөү барышы менән дә танышты.
«Башинформ».